Пелота

Пело́та (баск. pilota) — баск милли спорт төрө, хәҙерге заман сквоштың прототибы.

Elizondo trinquete.jpg

Уйын ҡағиҙәләре

Уйынсы (пелотасы) йән көскә диаметры 6,5 см булған ҡаты тупты яланғас ҡул менән ташлай йәки махсус ракетка — тоҙаҡ (әҙерәк бөгөлгән, суҡыш һымаҡ, «хиестрой», «чистерой» битаһы) ярҙамында 9 метр бейеклектәге стенаға һуға. Көнәркәш һауанан тупты йәки майҙансыҡтың (60×16 м) өҫтөнә бер һуғылыуҙан һуң кире ҡағырға тейеш.

Туп ҡаты каучуктан яһалған, тығыҙ туғыма һәм ныҡ тартылған күн менән уратып тегелгән. Ул «пелота» тип атала, һәм уның буйынса уйын ошо атаманы ала.

1900 йылғы Парижда үткән Олимпия уйындары программаһына индерелә һәм 1992 йылғы Барселона ҡалаһында уҙған йәйге Олимпия уйындарында күрһәтелә.

Пелота төрҙәре

Ҡул пелотаһы

Ҡул пелотаһын (баск. esku-pilota, исп. pelota a mano) XIII быуаттан башлап Басктар илендә уйнайҙар, оҙаҡ ваҡыт дауамында пелотаның был төрөн Мексикала, Көньяҡ Америкала, Италияла, Кубала, АҠШ-тың күпселек штаттарында уйнайҙар. Ҡул пелотаһы сквошҡа оҡшаш: игрокиуйынсылар минималь һаҡлауҙы ҡулланалар йәки бөтөнләй яланғас ҡул менән уйнайҙар. Традицион рәүештә (профессиональ нигеҙҙә һымаҡ) был төр уйынды ир-егеттәр уйнай. Өс яҡлы бәләкәй майҙансыҡта, бергә бер йәки паранан параға ҡаршы уйнайҙар. Туптың стандарт ауырлығы — 92-95 грамм.

Палета (резина туп менән)

Палетаны (баск һәм испан телдәрендә бер үк атама) резина тупты ҡыҫҡа, әммә киң ағас ракетка менән кире ҡағып уйнайҙар. Ир-егеттәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа уйнайҙар. Пелотаның был төрө Аргентинала барлыҡҡа килә, урындағы ир-егет уйынсылары халыҡ-ара ярыштарҙа өҫтөнлөк итә.

Палета (күн туп менән)

Был палетаның төрө юғарыла тасуирланғанға оҡшаған, әммә бында резина туп урынына традицион күн туп ҡулланыла, был төр менән башлыса ир-егеттәр уйнай.

Баск пелотаһы буйынса донъя чемпионаттары

1952 йылдан башлап Баск пелотаһы халыҡ-ара федерацияһы баск пелотаһы буйынса донъя чемпионаттары ойоштора.

Чемпионат миҙалдары

Чемпионат миҙалдарының ағымдағы иҫәбе:[1][2][3]

Ил Алтын Көмөш Бронза Дөйөм иҫәп
1 Франция Франция 58 47 35 140
2 Испания Испания 56 61 29 146
3 Аргентина Аргентина 42 23 11 76
4 Мексика Мексика 37 34 24 95
5 Уругвай Уругвай 4 29 13 46
6 Куба Куба 2 4 9 15
7 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 0 1 2 3
8 Чили Чили 0 0 6 6

Иҫкәрмәләр

  1. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2008. Архивировано 12 декабрь 2006 года. 2006 йылдың 12 декабрь көнөндә архивланған.
  2. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2015. Архивировано 3 апрель 2007 года. 2007 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
  3. http://www.fipv.net/sisinfo/pub/medallero.asp 2006 йылдың 2 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар