Самбо

Самбо (акроним — рус. самозащита без оружиябашҡортсаға тәржемәлә: үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ яҡлау) — СССР-ҙың, 1966 йылдан — халыҡ-ара спорт һәм ғәмәли көрәш төрө. 1920—1930 йылдарҙа көрәш, дзюдо һәм джиу-джитсу нигеҙендә Виктор Спиридонов, Василий Ощепков һәм Анатолий Харлампиев етәкселегендә эшләнгән.

1966 йылда самбо Берләшкән көрәш стилдәренең халыҡ-ара федерацияһы — ФИЛА (франц. Fédération Internationale des Luttes Associées) тарафынан таныла һәм 1973 йылдан классик һәм ирекле көрәш менән бер рәттән көрәш буйынса донъя чемпионаты программаһына индерелә (1977 йылдан көрәш буйынса Панамерика чемпионаты, 1983 йылдан Панамерика уйындары). 1970 йылдар уртаһында бығаса булмаған халыҡ-ара популярлыҡ тулҡынында самбо олимпия спорт төрө хоҡуғында 1980 йылдан йәйге олимпия уйындары программаһына индереүгә яҡынлаша[1]. Әммә Олимпиада-80-де бойкотлау арҡаһында килеп тыуған сәйәси ҡыйынлыҡтар һөҙөмтәһендә самбо халыҡ-ара олимпия статусында демонстрация спортына тиклем төшөрөлә, ә артабан Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) тарафынан демонстрация спорты статусы ла юҡҡа сығарыла.

2021 йылдың 20 июлендә Халыҡ-ара олимпия комитеты самбоны беренсе тапҡыр олимпия спорт төрө тип таный. Был ҡарар 2020 йылғы Олимпия уйындары алдынан Токиола (Япония) МОК сессияһында ҡабул ителә.

2024 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы самбоны олимпия спорт төрө тип таный[2].

Дөйөм положениелар

Самбо ике төп йүнәлешкә бүленә: спорт самбоһы һәм хәрби самбо. Әгәр беренсе осраҡта төп бурыс — ташлау техникаһын йәки ауырттырыу алымдарын күрһәтеү булһа, хәрби самбола беренсе сиратта яугирҙың мөмкин тиклем һөҙөмтәле һәм тиҙ дошманын ҡаршылыҡ күрһәтеү мөмкинлегенән мәхрүм итеү һәләте тора. Ошоноң менән бәйле самбоның хәрби бүлеге 1947—1991 йылдарҙа көс структуралары өсөн генә асыҡ булды. Ҡулланылған алымдар арсеналы буйынса бөгөнгө спорт хәрби сәнғәттәре араһында хәрби самбо ҡатнаш көрәш сәнғәтен MMA-ны (ингл. mixed martial arts) хәтерләтә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Nishioka, Hayward. Can America "Sambo" Its Way to the 1980 Olympics // Black Belt. — 1977. — Июль (т. 15, № 7). — С. 23—27. Архивировано 19 август 2020 года.
  2. Минспорт признал самбо олимпийским видом спорта (27 август 2024). 27 август 2024 тикшерелгән.
  3. Боевое самбо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 5 май 2005 года.

Һылтанмалар

Категориялар