Шәрәфетдинов
Билдәле йөрөтөүселәр
- Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы (Дамир Шәрәфи — псевдоним; 1965—2020) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты
- Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы — (1941 йылда тыуған) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе. Башҡортостан Республикаһының Почетлы урман белгесе (1996 йыл)
- Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы (2000 йылда тыуған) — Рәсәй шашкасыһы. Спорт мастеры.
- Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы (1928—2016) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (1944 йылда тыуған) — рәссам-монументалист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент. 1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).
- Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (1947 йылда тыуған) — табип-гигиенист, медицина фәндәре докторы ((2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012)
- Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы (1903—1943) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты
- Шәрәфетдинов Имил Ирфан улы (1987 йылда тыуған) — грек-рим стилендә Рәсәй көрәшсеһе.
- Шәрәфетдинов Максим Рәсим улы (1980 йылда тыуған) — Рәсәй журналисы, телтапшырыуҙар алып барыусы.
- Шәрәфетдинов Рәиф Кәшиф улы (1944 йылда тыуған) — Рәсәй журналисы, прозаик һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрәфетдинов Рәшит Имам улы (1943—2012) — СССР еңел атлеты, 5 һәм 10 мең метрға йүгереүгә биш тапҡыр СССР чемпионы.
- Шәрәфетдинов Рим Әмир улы (1969 йылда тыуған) — Рәсәй режиссёры, сценарист, рәссам-ҡуйыусы һәм аниматор.
- Шәрәфетдинов Фәсхетдин Мөхөтдин улы (1922—2005) — нефть сәнәғәтенең СССР хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Шәрәфетдинов Марат Искәндәр улы (1975 йылда тыуған) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры.
- Шәрәфетдинов Эрнест Илдар улы (2000 йылда тыуған) — Рәсәй каратисы. Донъя чемпионатының бронза призёры, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
- Шәрәфетдинова Сәғирә Сабирйән ҡыҙы — (Сәғирә Тамъяни — псевдоним; 1963 йылда тыуған) — мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2019)
- Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы (1951 йылда тыуған) — уҡытыусы, дәүләт эшмәкәре, III саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Шәрәфетдин (исем)
- Шәрәфетдин (йыр) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.