Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы
Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы (рус. Шарафутдинов Салих Хафизович) (1903—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.[1]
Биографияһы
1903 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Башҡортостандың Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Баймаҡ районы военкоматы тарафанан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында шофёр булып хеҙмәт итә.
Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы 1943 йылдың 1 ғинуарынан 24 февраленә тиклем арауыҡта Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙерге Луганск өлкәһе) Чернухино ауылы янында алышта һәләк була.[2] Шул саҡта саҡта дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов та һәләк була.[3].