Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы

Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы (1989 йылдың 1 октябре, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — латыш, бығаса Рәсәй спортсыһы (урыҫ һәм халыҡ-ара шашка). Блиц буйынса донъя чемпионатының бронза призеры (Берлин, декабрь, 2009), ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса блиц буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (Стокгольм, Швеция, 28-29.08.2009)[1]. Йәштәр араһында донъя чемпионы (2008, Пекин), ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (2007, Франция) , ҡыҙҙар араһында Беренсе Бөтә донъя интеллектуаль спорт уйындары еңеүсеһе, ҡыҙҙар араһында 4 тапҡыр Европа чемпионы[2]..

Биографияһы

Абдуллина Олеся 1989 йылдың 1 октябрендә Ишембай ҡалаһында тыуа. Рәсәй йыйылма командаһы составында 2009 йылда Башҡортостан чемпионы, Рәсәй һәм Латвия чемпионатының бронза призеры (2012).

Dobeles Prāta sporta kluba клубы өсөн сығыш яһай (Рига). 2004—2011 йылдарҙа «„Башнефть“ Профессиональ шашка клубы» АНО-һы өсөн сығыш яһай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса халыҡ-ара мастер.

Латвия йыйылма командаһына инә, элек Рәсәй йыйылма командаһында уйнай.

Рәсәйҙә тренеры — Александр Мельников, һуңыраҡ тренерҙар тандемы барлыҡҡа килә: өлкән тренеры — Юрий Черток, шәхси тренеры — Александр Мельников.

Башҡортостан физик культура институтын тамамлай (Өфө).

Ригала балаларҙы интеллектуаль үҫтереү үҙәгенә нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе

2017 йылда Үҙәкте асып ире Роберт Мисанс менән берлектә уникаль белем биреү киңлеген булдырыу буйынса ҙур проектты тормошҡа ашыра. Үҙәктең төп махсуслашыуы шашка һәм башҡа интеллектуаль өҫтәл уйындары аша башланғыс мәктәп йәшендәге балаларҙа стратегик фекерләүҙе һәм логиканы үҫтереү[3].

Ғаиләһе

Ире Роберт Мисанс, ҡыҙы — Мальвина. Рига ҡалаһында йәшәйҙәр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Абдуллина Олеся Валиевна // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 53. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Вот она, принцесса шашек ! [Текст] / Р. Аюпов // Ватандаш. — 2008. — N3. — С. 202—203. — ISSN 1683-3554
  • Шашни с шашками // Уфимское время. — 2009. — N 15/16. — С. 14—17 : ил.

Тема буйынса өҫтәмә