Әбделмәнова Лилиә Салауат ҡыҙы

Лилиә Салауат ҡыҙы Әбделмәнова (ҡыҙ фамилияһы — Сирбаева; рус. Абдульманова, Лилия Салаватовна; 1984 йылдың 23 марты, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй шашкасыһы. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында (ҡатын-ҡыҙҙар-100 төп резерв төркөмө). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Донъя шашка федерацияһы (ФМЖД) мастеры. 2003 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй шәхси-команда чемпионаты бронза призеры. Рәсәй кубогында 5-се урын[1]/

Биографияһы

Лилиә Әбделмәнова 1984 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһында тыуған. Шашка менән бала сағында шөғөлләнә башлай, унда уны атаһы алып килә, ул был уйын математиканы өйрәнеүҙә ярҙам итер тип иҫәпләй. Салауат педагогия колледжын тамамлаған. Лилиәнең тәүге тренерҙары Гөлнара Зәки Ҡыҙы Сафина Һәм Владимир Иванович Мильшин була[2].

Спорт карьераһы

Шашка буйынса Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй беренселектәрендә һәм чемпионаттарында күп тапҡыр еңеүсе. Халыҡ-ара аренала Европа турнирҙарының көмөш һәм бронза призеры була. Сығыштар йомғаҡтары буйынса «Рәсәйҙең спорт мастеры»спорт исеме бирелә. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Кубогында ҡатнаша, унда уның иң яҡшы һөҙөмтәһе-5-се урын[2].

Тренерлыҡ эшмәкәрлеге

Актив уйын карьераһын тамамлағандан һуң Лилиә Әбделмәнова Ишембай ҡалаһының өҫтәмә белем биреү спорт мәктәбендә шашка буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. 2024 йыл башында бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа спорт белгестәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Ауыл тренеры» федераль программаһында ҡатнаша[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Укршашки - Тверь: Кубок России по шашкам-100, итоги. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2019 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
  2. 1 2 Шашки помогли детям Башкирии повысить ус... Электрогазета. Новости Уфы и Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025.
  3. Шашки помогли детям Башкирии повысить успеваемость (24 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә