Сафин Янис Әлфир улы
Янис Әлфир улы Сафин (рус. Янис Альфирович Сафин; 1988 йылдың 17 ғинуары, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй шашкасыһы һәм тренеры. Шашка буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2017)[1].
Биографияһы
Шашка менән ете йәшендә шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры — әсәһе Гөлнара Зәки ҡыҙы Сафина. Ун бер йәшендә спорт мастерлығына кандидат разрядын ала. Ун биш йәшенән Владимир Мильшин етәкселегендә шөғөлләнә[2].
Ишембайҙың 11-се мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физик культура колледжына уҡырға инә. Хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта үтәй[2].
Спорт карьераһы
Башҡортостан Республикаһы өсөн сығыш яһай[3].
2018 йылда рус шашкалары буйынса Рәсәй чемпионатының тиҙ уйын программаһында һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй кубогының йәшен тиҙлегендәге уйын программаһында көмөш призёр була[4].
2020 йылда Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионатының тиҙ уйын программаһында еңеүсе һәм йәшен тиҙлегендәге уйын программаһында көмөш призёр була[5].
2021 йылда А. Георгиев һәм М. Амриллаев менән бергә Башҡортостан Республикаһының беренсе йыйылма командаһы составында рус шашкалары буйынса Рәсәй команда чемпионатының йәшен тиҙлегендәге уйын программаһында еңә[6].
2024 йылда Волга буйы федераль округы чемпионатында йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса ике көмөш миҙал яулай — тиҙ һәм йәшен тиҙлегендәге уйын программаларында. Рус шашкалары буйынса ярыштарҙың тиҙ уйын программаһында көмөш, йәшен тиҙлегендәге уйын программаһында бронза призёр була[7].
2025 йылда йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй кубогының классик программаһында бронза призёр була[8].
2026 йылда Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионатының тиҙ һәм йәшен тиҙлегендәге уйын программаларында еңә[9]. Шул уҡ йылдың авгусында А. Г. Шуб иҫтәлегенә үткәрелгән «Ырымбур далаһы — 2026» рус шашкалары буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының тиҙ уйын программаһында еңә[10] һәм йәшен тиҙлегендәге уйын программаһында икенсе урын ала[11].
Тренерлыҡ эшмәкәрлеге
2012 йылда Ишембайҙағы шашка буйынса спорт мәктәбендә тренер булып эшләй башлай[2].
Уның тәрбиәләнеүселәре араһында — 2024 йылда 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында шашка-64 буйынса Европа беренселегенең тиҙ уйын программаһында еңеүсе һәм йәшен тиҙлегендәге уйын программаһында бронза призёр Софья Степанова[12].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Приказ Минспорта России от 6 апреля 2017 года № 43 нг «О присвоении спортивного звания „Мастер спорта России“» (PDF). Министерство спорта Российской Федерации (6 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Гөлнора Йәмилева. Шашкаһыҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым (башҡ.). Торатау (5 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Рейтинг-лист Федерации шашек России на 1 января 2026 года с изменениями от 3 января 2026 года (XLSX). Федерация шашек России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Чемпионат России и Кубок России по шашкам в Сочи. Федерация шашек России (4 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Кубок России и командный чемпионат России по стоклеточным шашкам 2020. Федерация шашек России (14 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Командный чемпионат России по русским шашкам 2021. Федерация шашек России (6 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Итоги чемпионата и первенства ПФО 2024. Федерация шашек России (16 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Итоги: Кубок России по стоклеточным шашкам 2025. Федерация шашек России (3 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Итоги: чемпионат России, командный чемпионат России по стоклеточным шашкам 2026. Федерация шашек России (11 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Итоги: Всероссийские соревнования «Оренбургская степь — 2026» памяти А. Г. Шуба. Федерация шашек России (21 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Всероссийские соревнования «Оренбургская степь — 2026». Молниеносная программа. Итоговая таблица. Федерация шашек России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Эдуард Кускарбеков. Шашистка из Башкирии Софья Степанова стала лучшей на международном турнире. Башинформ (22 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.