Амриллаев Муродулло Амонилло улы

Амрилла́ев (Амрилло́ев), Муродулло́ Амонилло́ улы (рус. Амриллаев, Муродулло Амониллоевич; 1972 йылдың 5 майы, Дүшәмбе, Тажик Совет Социалистик Республикаһы) — совет, шулай уҡ тажик һәм Рәсәй шашкасыһы. Рус һәм халыҡ-ара (йөҙ шаҡмаҡлы) шашка буйынса шәхси һәм команда ярыштарында күп тапҡыр донъя чемпионы, тренер[1], 1994 йылдан халыҡ-ара гроссмейстер (GMI)[2].

Стәрлетамаҡта (Башҡортостан) йәшәй һәм эшләй[3].

Спорт биографияһы

Муродулло Амриллаев 1972 йылдың 5 майында Тажик ССР-ының Дүшәмбе ҡалаһында тыуа.

1988 йылда классик ваҡыт контроле менән үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы[4].

1993 йылда Тажикстан өсөн сығыш яһап, рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы була[5]. 1994 йылда Бөтә донъя шашка федерацияһы спортсыға халыҡ-ара гроссмейстер(ингл. International Grandmaster)[2] исемен бирә.

1995 йылдан Амриллаев Рәсәйҙә йәшәй, «Башнефть» (Өфө) профессиональ шашка клубы өсөн сығыш яһай, шашка буйынса ил йыйылма командаһына инә. 1998 йылдан Рәсәй гроссмейстеры[4].

2003 йылда Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлай[4].

Ш.-А. Усейновта (халыҡ-ара шашка) һәм Р. А. Норматовта (рус шашкаһы) шөғөлләнә. Амриллаевтың спорт ҡаҙаныштарына иң мөһим йоғонто яһаған остаздарҙың береһе булып «Башнефть» клубының баш тренеры Юрий Черток тора. Республикалар һәм Рәсәй йыйылма командаларының баш тренеры вазифаһына тәғәйенләнә. Рәсәй халыҡ-ара шашка федерацияһына (ФМШР) нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле[4].

Тренерлыҡ эше

1990—1995 йылдарҙа спортсы Дүшәмбелә ДЮСШОР-ҙа тренер-уҡытыусы була. 1995—2004 йылдарҙа Силәбе өлкәһе хакимиәтенең Баш мәғариф идаралығы ҡарамағындағы көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу шашка мәктәбендә уҡыта. 1999 йылдың ғинуарынан өлкә олимпия резервы мәктәбендә спортсыларҙы күнектерә. Тренерлыҡ эше осоронда рус шашкаһы буйынса бер нисә Рәсәй гроссмейстерын әҙерләй: Петр Чернышевты, Алексей Шонинды, Дамир Рысаевты[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Классик ваҡыт контроле менән үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1988)[4];
• Классик ваҡыт контроле менән рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы (1993)[1];
• Рус шашкаһы (блиц) буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы (1995, 2005, 2006)[7];
• Халыҡ-ара шашка (блиц) буйынса донъя чемпионатының (шулай уҡ 2007, 2008 йылдарҙа) бронза призеры (1998)[1];
• Ике тапҡыр Европа чемпиондары кубогын яулаусы («Нефтсе» командаһы составында, Ишембай) (2000)[4];
. •«Нефтсе» (Ишембай), «Башнефть» (Ишембай) һәм «Башнефть» (Өфө) командалары составында туғыҙ тапҡыр Европа конфедерацияһы кубогын (шулай уҡ 2004—2007, 2010, 2012 йылдарҙа) яулай (2000—2001)[4];
•Рус шашкаһы буйынса өс тапҡыр Европа клуб чемпионаты еңеүсеһе («Башнефть» командаһы составында, Өфө, 2005—2006)[4];
• Рәсәй йыйылма командаһы составында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (2006)[8];
• Рәсәй йыйылма командаһы составында халыҡ-ара шашка (блиц) буйынса Европа чемпионы (2007)[9];
• Команда зачетында донъя чемпионы (Дакар, 2007)[4];
• Халыҡ-ара шашка (блиц) буйынса Европа чемпионатының бронза (шулай уҡ 2010 йылда) призеры (2009)[4];
• Халыҡ-ара шашка буйынса Европаның вице-чемпионы (2010)[4];
• Тиҙ шашка буйынса донъя чемпионы (2011)[10];
• Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионаты чемпионы (2012), бер нисә тапҡыр көмөш (2006, 2010) һәм бронза (1997, 1998, 2000, 2008) призеры;
• Халыҡ-ара шашка, тиҙ программа һәм блиц буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионы (2012);
• Рус шашкаһы, классик программа, тиҙ программа һәм блиц буйынса клубтар араһында донъя чемпионы (2012)[4];
• Халыҡ-ара шашка буйынса донъяның вице-чемпионы (2016)[4];
• Халыҡ-ара шашка буйынса блицта донъя чемпионы(2016)[4];
• Рәсәй йыйылма командаһы составында халыҡ-ара шашка буйынса Европа команда чемпионатында беренсе урын (2017);
• Рәсәй йыйылма командаһы составында халыҡ-ара шашка буйынса блицта команда чемпионатында беренсе урын (2017)[4];
• Ир-егеттәр араһында рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы (2022);
• Рәсәй йыйылма командаһы составында шашка-64 буйынса команда чемпионатында донъя чемпионы (Болгария, 2022)[11];
• DASCO Халыҡ-ара турнирының бронза призеры (2024, Үзбәкстан)[12]. Рус шашкаһы буйынса Донъя кубогының бронза призеры (Төркиә, 2024)[13];
• 100 шаҡмаҡлы (халыҡ-ара) шашка буйынса команда донъя чемпионатында Рәсәй командаһы составында донъя чемпионы (Үзбәкстән, Ташкент, 2025)[14].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 This Day in History: 1972-05-05. Общероссийская общественная организация «Федерация шашек России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  2. 1 2 Список шашистов, имеющих международные звания по шашкам 64. fmjd.360gr.ru (23 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивировано из оригинала 16 август 2011 года.
  3. Калашников Максим. Самый быстрый шашист – из Башкортостана. ufa1.ru (7 май 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 Профессиональный шашечный клуб "Башнефть". Профессиональный шашечный клуб "Башнефть" (10 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивировано из оригинала 29 август 2014 года.
  5. Чемпионаты мира по шашкам-64 среди мужчин. cockfromarock.narod.ru (22 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивировано из оригинала 16 март 2012 года.
  6. Репортажи чемпионов. Фонд содействия развитию шашечного спорта (21 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивировано из оригинала 25 сентябрь 2016 года.
  7. Россиянин выиграл чемпионат мира по шашкам (23 ноябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  8. Списки чемпионов мира и континентов и победителей континентальных кубков по международным шашкам. Сайте ФМЖД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивная копия от 26 февраль 2014 на Wayback Machine (инг.)
  9. Результаты командного чемпионата Европы 2007 года по молниеносной игре в международные шашки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивная копия от 24 сентябрь 2015 на Wayback Machine (фр.)
  10. Официальный сайт чемпионата мира 2011 года по русским шашкам среди мужчин и женщин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025. Архивировано 7 ғинуар 2012 года.
  11. Шашист из Стерлитамака Амриллаев в составе национальной сборной выиграл чемпионат мира. Башинформ (27 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  12. Новая победа Муродулло Амриллаева  (рус.). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
  13. Стерлитамакский спортсмен завоевал бронзовую медаль Кубка мира  (рус.). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
  14. 14 шашистов Башкортостана в составе сборной России стали победителями командного чемпионата мира. Сайт Министерства спорта Республики Башкортостан (7 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.

Һылтанмалар