Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы

Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Георгиева (ҡыҙ фамилияһы Ишморатова; рус. Гузель Рафиковна Георгиева; 1976 йылдың 14 июле, Салауат, Башҡорт АССР-ы) — халыҡ-ара шашкалар буйынса сығыш яһаған Рәсәй спортсыһы, Башҡортостан вәкиле.

Биографияһы

Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Георгиева (ҡыҙ фамилияһы Ишморатова) 1976 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған.

1999 йылдан Рәсәй гроссмейстеры, халыҡ-ара спорт мастеры. 2001, 2002 һәм 2004 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй чемпионатында төп программа буйынса еңеүсе. 1998 һәм 2001 йылдарҙа төп программа буйынса Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры, 1997 йылда төп программа буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призёры, 2001 йылда тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призёры. Клубтар араһында 2002 йылғы Европа шашкалар конфедерацияһы кубогын һәм 2009 йылғы Рәсәй кубогын яулаусы.[1]

1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай.[1]

1999 йылдан «Башнефть» шашка клубы өсөн сығыш яһай.[1]

2003 йылда Георгиеваға Башҡортостан Республикаһының «Күренекле спортсыһы» исеме бирелә.[1]

Тренерҙары

Шашка буйынса Ишембай спорт мәктәбе һәм тренер Юрий Чертоктың тәрбиәләнеүсеһе. 1996 йылдан уның менән шулай уҡ ире Александр Георгиев күнекмәләр үткәрә.

Ғаиләһе

Ире Александр Георгиев. Ике балаһы бар: Светлана һәм Сергей. Ғаилә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.

Һылтанмалар