Башнефть (шашка клубы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башнефть

«Башнефть» шашка клубы — Башҡортостан Республикаһының профессиональ шашка клуб. Клубтар араһында үткәрелгән Чемпиондар Кубогы ярыштарында күп тапҡырҙар еңеүсе. 2000 йылдан клубтарҙың Европа рейтингында 1-се урынды биләй. «Башнефть», 2004 йылда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа Конфедерацияһы Кубогын яулап, ошондай уңышҡа өлгәшкән тәүге клуб булараҡ таныла. Клубҡа нигеҙ һалынған тәүге көндән алып — уның рәйесе һәм тренеры Ю. В. Черток .

Шашка клубының урынлашҡан урыны һәм адресы: 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы,  Достоевский урамы, 49-сы йорт.

Клубтың ир-егеттәр командаһы Европа чемпиондары  Кубогы (2000-01), Европа Шашка конфедерацияһы Кубогы (2000-01, 2004-07, 2010) хужаһы, көмөш (2003, 2008), бронза (2002) призёр, Рәсәй чемпионы (2000-01, 2006), көмөш призер (1999, 2002, 2004-05, 2011). Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — Европа Шашка конфедерацияһы Кубогы (2002, 2004, 2010, 2011) хужаһы, көмөш (2001, 2003), бронза призёр (2006), Рәсәй чемпионы (2000-01, 2004-05), клубтар араһында көмөш призер (2002).

1999 йылда клуб «Ишембайнефть» НГДУ-һы эргәһендәге «Нефтсе» шашка клубы булараҡ барлыҡҡа килә (президенты — Владимир Давыдов), 2001 йылдан клуб хәҙерге атамаһын һәм статусын йөрөтә. 2002 йылда «Нефтсе» (Ишембай) профессиональ шашка клубы «Башнефть» атамаһын ала һәм Ишембайҙан Өфөгә күсерелә (президенты — Илгиз Фәйзулла улы Мәжитов). «Башнефть» 2004 йылда Таллинда өсөнсө тапҡыр Европа Шашка конфедерацияһы Кубогын яулай, артабан Кубок мәңгелеккә клуб музейында һаҡлауға ҡалдырыла.

2002 йылда бөтә турнирҙарҙа ла еңә: Рәсәй Кубогы, Европа Шашка конфедерацияһы Кубогы EDC һәм Европа чемпиондары Кубогы[1].

2004 йылда «Башнефть» — ир-егеттәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Европа клубтары чемпионы. Европа Шашка конфедерацияһының күсмә Кубогы ир-егеттәр командаһында мәңгелеккә ҡалдырыла.

2006 йылда «Башнефттең» ир-егеттәр командаһы — клубтар араһында Европа чемпионы (Франция).

2007 йылда «Башнефттең» ир-егеттәр командаһы клуб командалары араһында дүртенсе тапҡыр рәттән Европа чемпионатында еңеү яулай.

«Башнефть» спортсылары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клуб намыҫын түбәндәге спортсылар яҡлай: Шварцман Александр (Халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәйҙең V клуб чемпионатында һәм башҡа ярыштарҙа), Марк Подольский, Александр Балякин, Владимир Мильшин һәм башҡалар.

«Башнефть» клубында тәрбиәләнеүселәр

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Блиц-уйын буйынса Рәсәй чемпионы О. А. Беллер (2001), йәштәр араһында Рәсәй чемпионы В. В. Штумпф (1996), Европа беренселегенең бронза призёры: Ф. М. Ишморатов (1999, юниорҙар араһында), Европа беренселегендә еңеүселәр: А. Р. Шәйбәков (2004, миникадеттар араһында), О. В. Абдуллина (2002-04, ҡыҙҙар араһында), А.Иҙрисова (2004, кесе йәштәге ҡыҙҙар араһында), А. М. Әминева (2002, в группе «надежды»), Ю. Вәлиева, А. Сәғитова, А. Урманов, И. Рыжов, С. Федин, Р. Әйүпова, Д. Рысаев, Г. Әбүбәкирова һәм башҡалар. Уларҙың күптәре аҙаҡ клуб өсөн сығыш яһай башлай..

2011 йылға клуб титулы
Йыл  Призер Ярыш Үткәреү урыны Призлы урын
2000 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Lithuania 1989-2004.svg Литва 1Gold medal icon.svg Алтын
2000 Клуб командаһы донъя команда чемпионаты Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия 1Gold medal icon.svg Алтын
2000 Клуб командаһы Европа чемпиондары
Кубогы 
Flag of the Netherlands.svg Нидерланд 1Gold medal icon.svg Алтын
2001 Клуб командаһы Европа чемпиондары

Кубогы

Flag of Russia.svg Россия 1Gold medal icon.svg Алтын
2001 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Russia.svg Россия 1Gold medal icon.svg Алтын
2002 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Spain.svg Испания 3Bronze medal icon.svg Бронза
2002 Клуб командаһы
(ҡатын-ҡыҙҙар)
Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Spain.svg Испания 1Gold medal icon.svg Алтын
2003 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Poland.svg Польша 2Silver medal icon.svg Көмөш
2004 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Estonia.svg Эстония 1Gold medal icon.svg Алтын
2004 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Estonia.svg Эстония 1Gold medal icon.svg Алтын
2005 Клуб командаһы донъя команда
 чемпионаты
Flag of Italy.svg Италия 1Gold medal icon.svg Алтын
2005 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of France.svg Франция 1Gold medal icon.svg Алтын
2006 Клуб командаһы донъя команда чемпионаты

Flag of Senegal.svg Сенегал 1Gold medal icon.svg Алтын
2006 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of France.svg Франция 1Gold medal icon.svg Алтын
2006 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of France.svg Франция 3Bronze medal icon.svg Бронза
2007 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of France.svg Франция 1Gold medal icon.svg Алтын
2008 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Russia.svg Рәсәй 2Silver medal icon.svg Көмөш
2009 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Bulgaria.svg Болгария 1Gold medal icon.svg Алтын
2010 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Latvia.svg Латвия 1Gold medal icon.svg Алтын
2010 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Latvia.svg Латвия 1Gold medal icon.svg Алтын
2011 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Bulgaria.svg Болгария 2Silver medal icon.svg Көмөш
2011 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы Flag of Bulgaria.svg Болгария 1Gold medal icon.svg Алтын