Слесова Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы
Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы Слесова (ҡыҙ фамилияһы Вәлиева; рус. Слесова, Юлия Фирдаусовна; 1991 йылдың 18 майы, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР ) — Рәсәй шашкасыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Донъя шашка федерацияһы (ФМЖД) мастеры, Рәсәй спорт мастеры.
Биографияһы
Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы Вәлиева 1991 йылдың 18 майында Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаһы баш тренеры Юрий Владимирович Черток, «Республика Башкортостан» гәзитендә 2008 йылдың 15 ғинуарында баҫылған интервьюһында Башҡортостан шашкаһының киләсәген билдәләп, түбәндәге фекерҙе әйтеп үтә:
«10 йәшлек өфөлө Азалия Сәғитова, уның яҡташы 16 йәшлек Юлиә Вәлиева, Ишембай ҡыҙҙары 12 йәшлек Айгөл Иҙрисова һәм 15 йәшлек Әлиә Әминева — бына беҙҙең киләсәгебеҙ нигеҙе. Егеттәр араһында үҙенең яҡты талантын Айнур Шайбаков раҫлай».
2025 йылда Өфөнөң Совет районында мәктәпкәсә белем биреүҙең учреждениелары араһында урыҫ шашкаһы буйынса шәхси һәм команда чемпионатының баш секретары була[1].
Хәҙерге ваҡытты Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡала округындағы «23-сө спорт мәктәбе» муниципаль өҫтәмә белем биреү бюджет учреждениеһында инструктор һәм методист булып эшләй[2].
Ҡаҙаныштары
Тиҙ шашка буйынса команда зачетында (Башҡортостан йыйылма командаһы, Елена Мильшина менән бергә) Рәсәй чемпионы (2011 йыл), ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй шәхси-команда чемпионаты[3]. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер (команда ярышы, тиҙ программа), Колонтаево ял йорто (Мәскәү өлкәһе), 2010 йылдың 18 ноябре (Башкортостан йыйылма командаһы, Айгөл Иҙрисова менән бергә). Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында шәхси зачетта Рәсәй чемпионаттарының көмөш призеры (командаһы менән шәхси зачетта) Суздаль ҡалаһы (Владимир өлкәһе), 11-20.11.2012 (100)[4].
Һылтанмалар
- профиль сайтында ФМЖД
- профиль сайтында KNDB
Иҫкәрмәләр
- ↑ index.html. shashki.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ SIMAI Studio — http://simai.studio. Слесова Юлия Фирдаусовна. chess23.obr.site. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ http://www.fmsr.ru/2010/crpf10teamr4.doc 2010 йылдың 17 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Чемпионат России среди мужчин и женщин (личный с командным зачётом). Суздаль (Владимирская обл, Россия), 11-20.11.2012 (100). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года.