Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы

Айгөл Илдус ҡыҙы Иҙрисова (рус. Идрисова, Айгуль Ильдусовна1995 йылдың 11 июле, Ишембай, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй шашисткаһы, халыҡ-ара шашкалар буйынса донъя чемпионатының 2020 йылда классик программа буйынса алтын миҙалсыһы, 2016 йылда Европа чемпионы, блиц буйынса донъяның өс тапҡыр чемпионы (2012, 2016, 2021), тиҙ программала донъяның ике тапҡыр чемпионы (2016, 2020), халыҡ-ара гроссмейстер (GMIF, 2016), ФМЖД мастеры (MF, 2015). ФМЖД донъя рейтингында 1-се урынды биләгән (июль 2017)[1].

Белеме

2002 йылдан 2011 йылға тиклем Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡортостан республика гимназия-интернатында уҡый (Ишембай), 2011–2013 йылдарҙа — Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡортостан республика гимназия-интернатында (Өфө). Миҙал менән тамамлай. 2013–2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институтының ҡулланма физика кафедраһында уҡый.

Спорт биографияһы

Шашкаларға биш йәшендә бала баҡсаһында йөрөгәндә уйнарға өйрәнә. Беренсе классҡа барғас, мәктәптәге шашка секцияһына йөрөй башлай. Ишембай шашка мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе. 9 йәшендә юғары кимәлдә дебют яһай — 2004 йылда халыҡ-ара шашкалар буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәйҙең шәхси-команда чемпионатында ҡатнаша. Өфөнөң 23-се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе[2]. 2011 йылға тиклем «Сатраш» шашка клубы (Ишембай) өсөн сығыш яһай[3]. 2012 йылдан «Юность» шашка клубы (Өфө) өсөн уйнай[4]. «Башҡортостан» Үҙәк шашка клубы өсөн сығыш яһай (элек — «Башнефть» профессиональ шашка клубы) (Өфө).

Халыҡ-ара шашкалар буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2011, Өфө).

Халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәйҙең шәхси-команда чемпионаты чемпионы (ноябрь 2011, Ишембай)[5].

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2012, Ишембай).

2012 йылда Лиллдә Бөтә донъя интеллектуаль уйындары чемпионы — блиц дисциплинаһында[1].

Блиц буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (2013, Будапешт, Венгрия).

2013 йылда 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашкалар буйынса донъя чемпионатында еңә (Мирпуа, Франция)>.

2014 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа беренселегенең еңеүсеһе (Пинск, Беларусь).

2014 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында блиц программаһында Европа чемпионы[6].

2015 йылда Уханда (Ҡытай) донъя чемпионатында 6-сы урын ала.

2016 йылда Измирҙа (Төркиә) блиц форматында донъя чемпионы була, классик программа буйынса Европа чемпионы була һәм халыҡ-ара гроссмейстер (GMIF) исемен ала[7].

2017 йылда Таллиннда (Эстония) донъя чемпионатында бронза миҙал яулай.

2019 йылда Якутскиҙа донъя чемпионатында көмөш миҙал яулай.

2020 йылда Антальяла (Төркиә) донъя чемпионатында классик программа буйынса чемпион була, тиҙ программа буйынса (рапид) донъя чемпионы һәм блиц буйынса бронза призер була[1].

2021 йылда Чианчано-Термела (Италия) блиц буйынса Европа чемпионы була — тарихта өс шашкасының береһе (Т. Танһыҡҡужина һәм З. Голубева менән бергә), Европа чемпионатын өс программа буйынса ла отҡан[8]. Шул уҡ йылда Юлинда (Польша) блиц буйынса донъя чемпионы була.

2024 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призеры.

2025 йылда Якутскиҙа донъя Кубогы этабында ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеү яулай, шулай уҡ Керманшахта (Иран) Халыҡ-ара гуманитар уйындарҙа еңеүсе була[9].

Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Спорт ҡаҙаныштары

Донъя чемпионаттары (классика)

  • 2013 (B финалында 19-сы урын)
  • 2015 (6-сы урын)
  • 2017 (3-сө урын)
  • 2019 (2-се урын)
  • 2020 (1-се урын)
  • 2021 (9-сы урын)

Европа чемпионаттары

  • 2012 (4-се урын)
  • 2014 (6-сы урын)
  • 2016 (1-се урын)
  • 2018 (16-сы урын)

Рәсәй чемпионаттары

  • 2010 (10-сы урын)
  • 2011 (3-сө урын)
  • 2012 (2-се урын)
  • 2013 (5-се урын)
  • 2014 (8-се урын)
  • 2015 (2-се урын)
  • 2016 (2-се урын)
  • 2018 (3-сө урын)
  • 2020 (14-се урын)
  • 2021 (2-се урын)
  • 2024 (3-сө урын)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Idrisova Aygul. FMJD Player Profile (ингл.). FMJD — World Draughts Federation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  2. https://www.bashinform.ru/news/486510-ufimka-aygul-idrisova-zavoevala-mirovuyu-shashechnuyu-koronu/ Уфимка Айгуль Идрисова завоевала мировую шашечную корону. ИА «Башинформ»
  3. http://www.fmsr.ru/2007/crb07club.htm Клубный чемпионат Башкирии по шашкам-2007. Федерация шашек России
  4. http://www.fmsr.ru/2007/crcl07.htm VIII клубный чемпионат России, г. Уфа-2007. Федерация шашек России
  5. В Ишимбае названы чемпионы России по международным шашкам. ИА «Башинформ» (21 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  6. http://www.bashedu.ru/rnews/aigul-idrisova-stala-chempionkoi-evropy-po-mezhdunarodnym-shashkam Айгуль Идрисова стала чемпионкой Европы по международным шашкам. Башҡорт дәүләт университеты
  7. Айгуль Идрисова стала чемпионкой Европы по международным шашкам. Башкирский государственный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026. Архивировано из оригинала 28 октябрь 2016 года.
  8. Айгуль Идрисова из Башкирии стала чемпионкой Европы по международным шашкам. ИА «Башинформ» (12 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  9. Этап Кубка мира по стоклеточным шашкам в Якутске 2025: итоги. Shashki.ru (3 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.

Һылтанмалар