Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы

Әлиә Мансур ҡыҙы Әминева (рус. Аминова Алия Мансуровна, 1992 йылдың 19 апреле, Ишембай, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй шашкасыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры, шашка буйынса донъя чемпионы (2020), Рәсәй, Европа чемпионаттарының һәм халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры. 2008 йылда Рәсәйҙең спорт мастеры була[1].


башҡорт шашкасыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры һәм илдең төп йыйылма командаһы ағзаһы. 2016 йылда Рәсәй чемпионы, 2012 йылда бронза призеры (блиц). Ҡыҙҙар араһында Европа (2002, 2007) һәм Рәсәй (2002—2010) чемпионы. Ҡыҙҙар араһында Европа беренселегенең көмөш призеры (2005, 2011, 2014)[2], күп тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. «Башнефть» клубы өсөн сығыш яһай. Тренеры Ю. В. Черток.

Биографияһы

Әлиә Мансур ҡыҙы Әминева1992 йылдың 19 апрелендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала.

Ишембай олимпия резервындағы шашкалар буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В. И. Мильшин, Е. А. Мильшина[2]). Өфөгә ҡаланың 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә (Өфө) күскәндән һуң тренерҙары А. П. Мельников, Ю. В. Черток.

Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институтын тамамлаған[3].

«Башҡортостан Республикаһы» гәзитендә 2008 йылдың 15 ғинуарында баҫтырылған интервьюһында, Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаһы баш тренеры Юрий Владимирович Черток Башҡортостан шашкаһының киләсәген билдәләп үтә:

«10 йәшлек өфөлө Азалия Сәғитова, уның яҡташы 16 йәшлек Вәлиева Юлиә, Ишембай ҡыҙҙары 12 йәшлек Айгөл Иҙрисова һәм 15 йәшлек Әлиә Әминева — бына беҙҙең киләсәгебеҙ нигеҙе. Егеттәр араһында үҙенең яҡты талантын Айнур Шайбаков раҫлай».

2008 йылда Рәсәй спорт мастеры була.

Әлиә Әминева 2008—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһы менән бүләкләнә[4]. Башҡортостан Республикаһы физик культура, спорт һәм туризм министрлығында стипендиаттар дипломдарын тапшырыу тантанаһында Әминеваны 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова һәм министр урынбаҫары Владимир Иванушкин бүләкләй,[5].

Спорт карьераһы һәм ҡаҙаныштары

  • 2008 йылдан драк буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
  • 2017 йылдан «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» почетлы билдәһе.
  • Донъя чемпионы (2020) блиц программаһы.
Донъя һәм Европа чемпионаттары
  • Шашка (блиц) буйынса донъя чемпионы — 2020.
  • Ҡыҙҙар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе 2002, 2007.
  • Ҡыҙҙар араһында Европа беренселегенең көмөш призеры 2005, 2011, 2014.

Иҫкәрмәләр

  1. Сегодня юбилей отмечает чемпионка мира по шашкам наша землячка Алия Аминова. Музей истории города Уфы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.
  2. 1 2 Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Поздравляем сборную Института права! | Башкирский государственный университет 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. О назначении стипендий Президента Республики Башкортостан для особо одаренных учащихся в 2008 - 2009 учебном году. Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  5. РОО «Управление спортивных мероприятий РБ» / ROO «Management of sport arrangements RB» 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.