Әйүпова Регина Рифат ҡыҙы

Регина Рифат ҡыҙы Әйүпова (рус. Аюпова, Регина Рифатовна, 1995 йылдың 14 октябре, Ишембай, Башҡортостан Республикаhы) — спортсы. 2004 йылдан рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр (юниорҙар) йыйылма командаһы ағзаһы.

Биографияһы

1995 йылдың 14 октябрендә Ишембай ҡалаһында тыуған.

2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса блиц форматында Рәсәй кубогы бронза призеры. 2004 йылдан Рәсәй йәштәр (юниорҙар) йыйылма командаһы ағзаһы була[1].

2014 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселегендә алтын һәм көмөш миҙал яулай[2].

Тренеры — Александр Павлович Мельников.

Ғаиләһе

  • Атаһы — Рифат Риф улы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012).
  • Әсәһе — Венера Биктимер ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010)[3].
  • Һеңлеһе — Руфина, халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (2012, Белоруссия), халыҡ-ара шашка буйынса европа чемпионы (2013, Польша). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

  1. Сборная России по международным шашкам среди юношей и девушек-2004. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026. Архивировано 22 март 2013 года. 2010 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
  2. Соловьева, Мария. Триумф молодых шашистов Башкирии на Первенстве России (16 апрель 2014). 10 июль 2026 тикшерелгән.
  3. Аюпов Рифат Рифович; Аюпова Венера Биктемировна. bashedu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.

Һылтанмалар