Федин Сергей Александрович

Федин Сергей Александрович (1990 йылдың 21 июле, Орск ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе) — Рәсәй спортсыһы (халыҡ-ара шашка), Рәсәйҙең спорт мастеры, ФМЖД мастеры[1], Рәсәй йыйылма командаһы резервына инә.

Биографияһы

Сергей Александрович Федин 1990 йылдың 21 июлендә СССР-ҙың Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында тыуа.

Рус шашкаһын 9 йәшендә уйнай башлай (1999). 2003 йылда халыҡ-ара шашка менән шөғөлләнә башлай, ярты йылдан, декабрҙә, В. Соков иҫтәлегенә турнирҙа еңә.

Ырымбур өлкәһе тарихында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында шашка буйынса донъя беренселегендә миҙал (бронза) яулаған беренсе спортсы (Улан-Батор, 2006 йыл).

Рәсәй шәхси-команда чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы составында (Муродулло Амриллаев, Владимир Мильшин, Сергей Федин) 2008 йылда Рәсәй чемпионы була[2].

Рәсәй шәхси-команда чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы составында (Айнур Шәйбәков, Фидан Ишморатов, Сергей Федин) 2011 йылғы Рәсәй чемпионы[3].

Өс тапҡыр халыҡ-ара мастер нормативын үтәй. Беренсе тапҡыр 2009 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатында (Ступино, Мәскәү өлкәһе, 10-23 апрель). Ярышта 9 гроссмейстер ҡатнашһа ла, Сергей уларҙың күбеһен уҙып китә һәм 6-сы урынды ала[4][5]. Икенсе тапҡыр 2011 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатында (Өфө, Башҡортостан Республикаһы, 5-20 апрель)[6]. Өсөнсө тапҡыр 2011 йылда Донъя кубогында (Өфө, Башҡортостан Республикаһы, 14-24 июль)[7].

Йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселегенең (2009) көмөш призеры (Ишембай, Башҡортостан, 22-30.03.2009)[8][9].

Йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселегенең (2011) алтын, көмөш һәм бронза призеры (Ишембай, Башҡортостан, 24-30. 11. 2011)[10].

2010—2011 йылдар миҙгелендә йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйыны буйынса Гамблер клубының иң яҡшы бомбардиры[11].

2007 йылда, шулай уҡ 2011 йылда[12] «Ишембай» (Ишембай ҡалаһы) клубы өсөн сығыш яһай.

И. Дубинин (Орск) исемендәге балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе, 2006 йылда спорт оҫталығын камиллаштырыу өсөн Ишембайға күсә.

2012 йылда Стәрлетамаҡ физкультура институтын (СИФК) тамамлай.

Тренерҙары

• Медведев Г. А. (Орск) — 1999—2003 йылдар осоронда рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса тәүге тренеры. • Беликов А. Г. (Орск) — 2000—2003 йылдарҙа рус шашкаһы буйынса тренеры. • Ахмечет В. И. (Орск) — 2004—2006 йылдарҙа рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса тренеры. • Логутов А. Ю. (Орск) — 2003 йылдан башлап халыҡ-ара шашка буйынса тренеры, артабанғы уйынына ҙур йоғонто яһай. • Владимир Мильшин (Ишембай), донъяның экс-чемпионы — 2007 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составындағы тренеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Рәсәйҙең спорт мастеры;
• Рәсәй шәхси-команда чемпионатында Рәсәй чемпионы (2008);

undefined

• Рәсәй шәхси-команда чемпионатында Рәсәй чемпионы (2011);
• Йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призеры (2009);
• Йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселеге чемпионы (2011);
• Йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселегеШашка буйынса Рәсәй чемпионаты, 2-се урын (2011);
• Йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселеге, 3-сө урын (2011).

Иҫкәрмәләр

  1. Личная Карточка на сайте ФМЖД — Подробная информация. | ФМЖД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  2. Дмитрий Слезин. "Золото" российского чемпионата завоевали башкирские шашисты. ИА "Башинформ" (19 ноябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
  3. Иван Трофимов. Лично-командный чемпионат России. Ишимбай (Россия), 11-18.11.2011 (100). Единый шашечный сайт (18 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
  4. Чемпионат России по международным шашкам среди мужчин-2009. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 10 декабрь 2009 года.
  5. ОРСК: ORSK.RU — Главный сайт города Орска>. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  6. Уфа — Чемпионат РФ по международным шашкам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 11 июнь 2011 года.
  7. Уфа — Кубок Мира «Bashkortostan Open» по международным шашкам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 7 октябрь 2011 года.
  8. Первенство России по международным шашкам среди юношей и девушек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 16 август 2011 года.
  9. Таблица — Первенство России по международным шашкам среди юношей и девушек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 24 ноябрь 2010 года.
  10. Иван Трофимов. Первенство России среди молодёжи до 24 лет. Ишимбай (Россия), 24-30.11.2011 (100). Единый шашечный сайт (29 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
  11. Лучшие бомбардиры, сезон 2010—2011. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
  12. Иван Трофимов. Клубный кубок России. Ишимбай (Россия), 20.11.2011 (100). Единый шашечный сайт (20 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.

Тема буйынса өҫтәмә