Сафина Гөлнара Зәки ҡыҙы
Гөлнара Зәки ҡыҙы Сафина (ҡыҙ фамилияһы — Ваһапова (рус. Вагапова) рус. Гульнара Закиевна Сафтна; 1968 йылдың 17 феврале, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй шашкасыһы һәм тренер. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең спорт мастеры.
Биографияһы
Гөлнара Зәки ҡыҙы Сафина 1968 йылдың 17 февралендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуа.
«Сатраш» клубы составында халыҡ-ара шашка буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында V Рәсәй клубтары чемпионатының бронза призеры (Өфө ҡалаһы, 24-28.04.2004). Рәсәйҙең спорт мастеры (2000). 1992 йылдан Ишембай олимпия резервы мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» билдәһе (1998);*
- «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре» (2021);*
- Рәсәйҙең спорт мастеры (2000)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Программа спортивной подготовки по виду спорта "Шашки". ГАУ ДПО Региональный методический центр дополнительного образования Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
Әҙәбиәт
- Ишембай энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2015..