Казаков Рауил Яғмур улы
Рауил Яғмур улы Казаков (рус. Казаков Равиль Ягмурович; 1982 йылдың 25 ғинуары, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй спортсыһы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006)[1].
Биографияһы
Рауил Яғмур улы Казаков 1982 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған[2].
«Геракл» спорт клубында спорт менән шөғөлләнә (тренеры С. В. Горшков). Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн (тренеры б. И. Шейко) 2001 йылдан сығыш яһай.
2002 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[3].
Ҡаҙаныштары
- VII Бөтә донъя уйындарының абсолют еңеүсеһе (2005)[4],
- Ир-егеттәр араһында донъя чемпионы (2002, 2004, 2007),
- Ир-егеттәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры (2003, 2005),
- Ир-егеттәр араһында ятып штанга күтәреү буйынса донъя чемпионы (2009),
- Ир-егеттәр араһында ятып штанга күтәреү буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры (2005),
- Юниорҙар араһында донъя чемпионы (2002),
- Юниорҙар араһында Европа чемпионы (2003, 2004),
- Европа чемпионатының көмөш миҙалы (2002),
- Ятып штанга күтәреү буйынса ир-егеттәр араһында Европа чемпионы(2009),
- Рәсәй чемпионы (2002, 2005),
- Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2003, 2004, 2006),
- Дүрт тапҡыр Рәсәй Кубогы еңеүсеһе (2001, 2003, 2004, 2007),
- Ятып штанга күтәреү буйынса Рәсәй чемпионы (2009, 2010),
- Ир-егеттәр һәм юниорҙар араһында Рәсәй, донъя һәм Европа чемпионы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Казаков Равиль Ягмурович. Башкирская энциклопедия. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
- ↑ Уфимец Равиль Казаков — чемпион мира по пауэрлифтингу. Башинформ (20 ноябрь 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
- ↑ Равиль Казаков. ВКонтакте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
- ↑ Powerlifting at the 2005 World Games (ингл.). Grokipedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
- ↑ 1 2 Казаков Рауил Яғмур улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
Һылтанмалар
- Казаков Равиль Ягмурович // Башкирская энциклопедия
- Страница Равиля Казакова // ВКонтакте
- Профиль Равиля Казакова // AllPowerlifting
- Профиль Равиля Казакова // Open Powerlifting