Арыҫланов Тимур Фәрит улы
Тимур Фәрит улы Арыҫланов (рус. Арсланов, Тимур Фаритович; 1991 йылдың 2 ғинуары, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй рапира фехтовальщигы. Фехтование буйынса Рәсәй үҫмерҙәр (2007), милли (2014) йыйылма командаһы ағзаһы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2007) һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2016), рапира буйынса командала Европа чемпионы (2018). Рәсәй чемпионаты финалсыһы (2013). Ир-егеттәр араһында Рәсәй кубогы еңеүсеһе (2010), көмөш призёры (2012). Йәштәр араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (2014)[1].
Биографияһы
1991 йылдың 2 ғинуарында Өфөлә тыуа. 19-сы олимпия резервындағы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (тәүге тренеры — атаһы Фәрит Йәүәт улы Арыҫланов[2]), 5-се спорт йүнәлешендәге республика интернат-мәктәп тәрбиәләнеүсеһе, Өфөнөң 19-сы олимпия резервындағы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсы-инструкторы (тренерҙары — Л. Р. Грушина, Р. Р. Насибуллин).
Башҡортостан физик культура институты студенты.
Президент стипендияһы лауреаты (2007)[3].
Спорт күрһәткестәре
1999 йылда шөғөлләнә башлай.
Шәхси ҡаҙаныштары
- Шәхси беренселектә
- 2007, 2008 — йәш үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш призёры;
- 2008 — Рәсәй беренселегенең ике тапҡыр еңеүсеһе, 2009 — бронза призёры;
- 2009 — үҫмерҙәр араһында донъя этабының бронза призёры, 2008, 2010 — Европа беренселегенең бронза призёры;
- 2011 — йәштәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш призёры;
- 2015 — Баҡылағы Европа уйындарының көмөш призёры[4].
Команда ҡаҙаныштары
- Команда беренселегендә
- 2007, 2008 — Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, 2006, 2007 — көмөш призёры;
- 2009 — йәш үҫмерҙәр араһында донъя беренселегенең бронза призёры (команда — Арыҫланов, Дробышев, Жеребченко, Комиссаров);
- 2007, 2008, 2009, 2010 — Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, 2008 — көмөш, 2010, 2011 — бронза призёры;
- 2008 — үҫмерҙәр араһында Европаның көмөш призёры (команда — Арыҫланов, Жеребченко, Комиссаров, Куц);
- 2011 — йәштәр араһында Рәсәй беренселегенең еңеүсеһе һәм көмөш призёры;
- 2010 — ир-егеттәр араһында Рәсәй кубогы еңеүсеһе, 2012 — көмөш призёры;
- 2015 — Баҡылағы Европа уйындарының бронза призёры;
- 2018 — Нови-Садта Европа чемпионы (команда — Арыҫланов, Черемисинов, Сафин, Жеребченко)[5];
- 2018 — Усиҙағы донъя чемпионатының бронза призёры[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сборная России завоевала золото чемпионата Европы по фехтованию. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Федерация фехтования России поздравляет с 60-летним юбилеем Фарита Яватовича Арсланова! Федерация фехтования России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ О назначении стипендий Президента Республики Башкортостан для особо одаренных учащихся в 2007 - 2008 учебном году. docs.cntd.ru (21 сентябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
- ↑ Рапирист Тимур Арсланов – серебряный призёр Европейских игр. Allsportinfo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ ЧЕ-2018. Наши рапиристы – чемпионы Европы! Федерация фехтования России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Уфимские фехтовальщики Тимур Арсланов и Тимур Сафин завоевали бронзовые медали чемпионата мира. Реальное время. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.