Клоков Дмитрий Вячеславович
Дмитрий Вячеславович Клоков (рус. Клоков Дмитрий Вячеславович; 1983 йылдың 18 феврале, Балашиха, Мәскәү өлкәһе) — Рәсәй ауыр атлетика спортсыһы, 105 килограмдан ашыу һәм 105 кг тиклем ауырлыҡ категорияһларында сығыш яһай, 2001 йылдан Рәсәй милли йыйылма командаһы ағзаһы.
Дмитрий Васильевич Клоков 1983 йылдың 18 февралендә Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында тыуған. Башҡорт физик культураһы институтын тамамлаған.
Пекиндағы 2008 йылғы олимпия уйындарының көмөш призеры.
Донъя чемпионы (2010), Донъя чемпионаттарының көмөш призеры (2010, 2011). Донъя чемпионаттарының ике тапҡыр бронза призеры (2006, 2007).
Европа чемпионы (2010).
Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2005, 2006, 2011), Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2007), Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (2008, 2013).
105 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2004), 105 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй кубогының бронза призеры (2004), 105 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй кубогының көмөш призеры (2005).
Юниорҙар араһында Донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы.
2015 йылдың 31 майында штангасы булараҡ үҙенең спорт карьераһын тамамлауы тураһында рәсми рәүештә иғлан итте[1].
2012 һәм 2013 йылдарҙа алынған анализдарҙа тыйылған матдәләр булыуын күрһәткән дәлилдәр табылғанлыҡтан, допинг табылған өсөн спорттан ситләштерелә[2].
Ярыштар һөҙөмтәләре
| Йыл | Ярыш | Үткәреү урыны |
Ауырлыҡ категориһы |
Рывок | Толчок | Суммһы двоеборья |
Урыны' |
| 2004 | Рәсәй Кубогы | Новгород | 105 к-ға тиклем | 187.5 кг | 225.0 кг | 412.5 кг | 3 |
| 2004 | Рәсәй Чемпионаты | Өфө | 105 кг-дан ашыу | 200 кг | 225 кг | 425.0 кг | 2 |
| 2005 | Рәсәй кубогы | Невинномысск | 105 кг-дан ашыу | 202,5 кг | 240.0 кг | 442.5 кг | 2 |
| 2005 | Рәсәй Чемпионаты | Курск | 105 кг-ға тиклем | 191.0 кг | 235.0 кг | 426.0 кг | 1 |
| 2005 | Донъя Чемпионаты | Доһа | 105 кг-ға тиклем | 192.0 кг | 227.0 кг | 419.0 кг | 1 |
| 2006 | Рәсәй Чемпионаты | Невинномысск | 105 кг-ға тиклем | 193.0 кг | 232.0 кг | 425.0 кг | 1 |
| 2006 | Донъя Чемпионаты | Санто-Доминго | 105 кг-ға тиклем | 188.0 кг | 218.0 кг | 406.0 кг | 3 |
| 2007 | Рәсәй Чемпионаты | Сыктывкар | 105 кг-ға тиклем | 194.0 кг | 227.0 кг | 421.0 кг | 2 |
| 2007 | Донъя Чемпионаты | Чианг-Май | 105 кг-ға тиклем | 190.0 кг | 221.0 кг | 411.0 кг | 3 |
| 2008 | Рәсәй Чемпионаты | Саранск | 105 кг-ға тиклем | 195.0 кг | 235.0 кг | 430.0 кг | 3 |
| 2008 | Олимпия уйындары | Пекин | 105 кг-ға тиклем | 193.0 кг | 230.0 кг | 423.0 кг | 2 |
| 2010 | Европа Чемпионаты | Минск | 105 кг-ға тиклем | 185.0 кг | 224.0 кг | 409.0 кг | 1 |
| 2010 | Донъя Чемпионаты | Анталья | 105 кг-ға тиклем | 192.0 кг | 223.0 кг | 415.0 кг | 2 |
| 2011 | Рәсәй Чемпионаты | Пенза | 105 кг-ға тиклем | 195.0 кг | 232.0 кг | 427.0 кг | 1 |
| 2011 | Донъя Чемпионаты | Париж | 105 кг-ға тиклем | 196.0 кг | 232.0 кг | 428.0 кг | 2 |
| 2013 | Рәсәй Чемпионаты | Ҡазан | 105 кг-ға тиклем | 186.0 кг | 215.0 кг | 401.0 кг | 3 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002);
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2008 йылда Пекинда XXIX олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[3]
- Салауат Юлаев ордены (2008)[4].
Ғаиләһе
- Атаһы — Клоков Вячеслав Иванович, тсовет ауыр атлетика спортсыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, 1983 йылғы Донъя һәм Европа чемпионы (110 кг тиклемге ауырлыҡта), ике тапҡыр Европа һәм Донъя чемпионаттарының көмөш призеры (1981, 1982). Ауыр атлетика буйынса Рәсәй ауыр атлетика федерацияһы президентының (1997—2000).
- Ҡатыны — Клокова Елена Григорьевна
- Ҡыҙы — Клокова Анастасия Дмитриевна (12.07.2010)
- Һеңлеһе — Клокова Анна Вячеславовна
Иҫкәрмәләр
- ↑ Клоков объявил о завершении карьеры. Тяжёлая атлетика. Спорт-Экспресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 20 июнь 2015 года.
- ↑ Шесть российских тяжелоатлетов отстранили за допинг на основе базы LIMS. РБК Спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ УКАЗ Президента РФ от 02.08.2009 N 885 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған. стр. 6
- ↑ Клоков Дмитрий Вячеславович (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
Һылтанмалар
- Дмитрий Клоков 2012 йылдың 16 август көнөндә архивланған. на сайте IWF
- Профиль на sports-reference.com 2009 йылдың 19 апрель көнөндә архивланған.
- Канал Дмитрия Клокова на YouTube
- Дмитрий Клоков в Instagram
- Профиль Дмитрия на Sports.Ru
- Сайт Дмитрия Клокова 2016 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.