Күмертау ҡалаһы ҡала округы

Күмертау ҡалаһы ҡала округы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмек.

Округ үҙәге — Күмертау ҡалаһы.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендәге № 1398-р һанлы « Моно ҡалаларҙы раҫлау исемлеге» күрһәтмәһе менән[5] ҡала " Рәсәй Федерацияһының ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдәге монопрофилле муниципаль берәмектәре (моноҡалалар)категорияһына керетелде.

Тарихы

Күмертау ҡалаһы ҡала округы муниципаль берәмеге 2006 йылдың 1 ғинуарында муниципаль реформаларҙы ғәмәлләштереү барышында ойошторолдо.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1968[6]2002[7]2008[8]2009[9]2010[10]2012[11]2013[12]
45 80069 79267 15866 88067 07866 55866 543
2014[13]2015[14]2016[15]2017[16]2018[17]2019[18]2021[1]
66 15965 87965 28064 76365 05563 60861 933
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
60 000
70 000
2009
2015
2021

Ҡала округы составы

Тораҡ пунктТораҡ пункттың төрөХалҡы
1Алексеевкаауыл336[10]
2Ираауыл559[10]
3Күмертауҡала, хакимиәт үҙәге57 949[1]
4Маяҡлыауыл3075[10]
5Иҫке Уралауыл257[10]

Урындағы үҙидара

ҡала округы рәйесе
  • Олег Астахов[3].
ҡала огругы хакимиәт башлығы
  • Олег Юрьевич Фролов[4].

Иҡтисады

Муниципаль берәмек республиканың иҡтисад үҙәктәренең береһе булып тора.

Ҡаланың һәйкәлдәре

Хәрби һәйкәлдәр

Хәрби һәйкәлдәр ҡалабыҙҙа бер нисә урында урынлашҡан. Уларҙың күбеһе Еңеү паркында.Күмертау ҡалаһының Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ветеран-интернационалистар союзы менән берлектә Афғанстан, Приднестровье, Сирия,Чечня һуғыштарында вафат булған һалдаттар иҫтәлегенә мемориал комплекс асырға ҡарар итәләр. Мемориал өсөн хәрби техника Свердлов өлкәһе гарнизонынан килтерелә. Был эште тормошҡа ашырыуҙа, техниканы постаментҡа ҡуйыуҙа "Акрополь", "Транспортсы",ойошмалары, КүмАПП ярҙам итә. О.Подбельская. Низкий поклон - павшим, благодарность - живым. Газета "Кумертауское Время", 27августа 2016г.

Ил сиген һаҡлаусыларға һәйкәл

Самолет һәйкәле

1985 йылда авиатөҙөүселәр тарафынан Гагарин исемендәге паркта ҡанатлы машина төҙөүселәргә арналған стела ҡуйыла. Ҡала паркындағы самолет авиация заводының элекке генераль директоры Александр Самойлович Палатниковтың авиацияға ғашиҡ булыуын күрһәтеп тора, уның тормошҡа ашҡан хыялын кәүҙәләндерә. Ул әле лә ҡаланың үҙенсәлекле визиткаһы булып һанала. Күмертауҙың 50 йыллығына ошо стела төшөрөлгән сағыу открытка донъя күрә. Уны 6-сы мәктәп уҡыусыһы Вера Михайлова уйлап сығара.

Е.Сидоренко. Был беҙҙең уртаҡ биографиябыҙ.«Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2005 йыл, 30 апрель.

Вертолет һәйкәле

Вертолет - ҡалабыҙ символы булып иҫәпләнә. Һәйкәлдәге ҡанатлы машина иң беренсе сығарылған маркаларҙың береһе. 2004 йылда вертолет төҙөүселәргә арналған "Һауаға күтәрелеүсе" исемле стела Советтар майҙанында урынлашҡан.


Е.Сидоренко. Был беҙҙең уртаҡ биографиябыҙ. «Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2005 йыл, 30 апрель.

Катюша, БМП һәйкәлдәре

Был һәйкәлдәр Еңеү паркында урынлашҡан. Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап ҡуйылды.

Автомобиль - һәйкәл

Күмертау автотранспорт предприятиеһының элекке хакимиәт бинаһы ҡаршыһындағы постаментта торған иҫке йөк машинаһына ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар ҙа иғтибар итмәйенсә үтеп китә алмайҙар. Был «газик» — үткән быуаттың 30-40 йылдарында беҙҙең илдә сығарылған иң беренсе автомобилдәрҙең береһе. Постаментҡа 1978 йылда ҡуйыла. Уның двагателе — ҡырҡ ат көслө, мең ярым килограмм йөк күтәрә (ошо һандан сығып халыҡта уны «полуторка» тип йөрөтәләр), тиҙлеге — сәғәтенә 70 километрға тиклем етә. Йәш егет Александр Скрипкин һуғыш башланғас та фронтҡа алына. Шунда уға автомобилде йөрөтөргә тура килә. А.Скрипкин был тонна ярымлы машинала һуғыш юлдары буйлап снарядтар, аҙыҡ-түлек һәм яраланған һалдаттарҙы ташый. Скрипкинға һәм уның автомобиленә һуғыштың ҡыҙыу нөктәләрендә булып күпте күрергә тура килә. Ҡыйыу һуғышҡаны өсөн Александр Михайлович «Батырлыҡ өсөн», «Кинесбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң ул тыуған яҡтарына ҡайта. Һуғыш йылдарында тоғро хеҙмәт иткән «тонна ярымы» тыныс ваҡытта ла кәрәкле була: был осорҙа күмерселәр ҡалаһы төҙөлә башлай. Был машина- герой менән төҙөлөш материалдары, эшселәрҙе ташыйҙар. Тент менән көпләп, ағас эскәмйәләр ҡуйылған был машина Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Йылайырға йыш йөрөй. 26 йыл буйына хеҙмәткәр-автомобилдә 600 меңдән ашыу юл үтәләр. Ул саҡтарҙа юлдары ла ниндәй бит әле…Һуңғараҡ был йөк автомобиленә реставрация уҙғарыла һәм уны постаментҡа ҡуялар. Ҡала масштабында уҙғарылған байрамдарҙа, ҙур тантаналарҙа был легендар машина постаменттан төшөп парадтарҙа ҡатнаша. Оло быуын кешеләре тарихыбыҙҙың үҙенсәлекле экспонаты булған был автомобилгә һоҡланыу менән ҡарайҙар.


Е.Сидоренко. Автомобиль-һәйкәл. «Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2004 йыл, 30 октябрь.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Республика Башкортостан. Общая площадь земель муниципального образования 2020 йылдың 28 май көнөндә архивланған.
  3. 1 2 Председатель совета городского округа. Официальный сайт Кумертауского городского Совета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2013.
  4. 1 2 Глава администрации города Кумертау. Официальный сайт администрации города Кумертау. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2013. 2016 йылдың 5 август көнөндә архивланған.
  5. Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
  6. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
  10. 1 2 3 4 5 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2018. Архивировано 26 июль 2018 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2019. Архивировано 2 май 2021 года.

Тема буйынса өҫтәмә