Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы

Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3 март 1959 йыл) — ғалим-химик. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).

Биографияһы

Раил Рәфҡәт улы Ғатауллин Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Шул уҡ йылда «Химпром» етештереү берекмәһенә эшкә бара. 1986 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына күсә. 1987 йылда — Органик химия институтында хеҙмәткәр, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эштәре биологик активлыҡҡа эйә азотлы яңы гетероциклик берләшмәләр алыу ысулдарын тикшереүгә һәм эшләүгә арналған. 170‑тән ашыу ғилми хеҙмәт һәм алты уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре

  • Циклофункционализация 2‑алкениланилинов //Панорама современной химии. Современный органический синтез: сб.обзорных статей. М., 2003 (авторҙаш);
  • Успехи в синтезе циклоалка[b]индолов //Журнал органической химии. 2013. Т.49. Вып. 2.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар