Зәйнуллин Ринат Мөҙәрис улы
Зәйнуллин Ринат Мөҙәрис улы (31 август 1975 йыл) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары (1997—2008). Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрының беренсе урынбаҫары (2008—2009), Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты (2009—2010), «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2020 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Ринат Мөҙәрис улы Зәйнуллин 1975 йылдың 31 авгусында Башҡорт АССР-ының Шаран районы Шаранбаш-Кенәз ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, юғары белемде Башҡорт дәүләт аграр университетында ала һәм уҡыу йортонан 1997 йылда иҡтисадсы һөнәренә эйә булып сыға.
Хеҙмәт юлын «Башавтотранс» дәүләт автотранспорт ойошмаһының Бәләбәй автотранспорт предприятиеһында бухгалтер булып башлай (1997).
Артабан эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында белгес, әйҙәүсе белгес, баш бегес, бүлек начальнигы, министр урынбаҫары булып дауам итә (1997—2008). Бер йыл самаһы Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрының беренсе урынбаҫары була (2008—2009).
Артабан, 2010 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе[3].
2010—2013 йылдар — «Октябрьский күн-тире фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. Һуңынан 2015 йылға тиклем «Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль диреторы булып эшләй. 2016—2018 йылдарҙа — «Шатлыҡ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.
2019 йылдан — «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директорының беренсе урынбаҫары була, 2020 йылдан — генераль директоры[1][2].
2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Аграр мәсьәләлр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ағзаһы[1].
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Рәхмәте (2010)
• Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының Почёт Грамотаһы (2020)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы (2020)[5].