Кесе Аллағыуат

Кесе Аллағыуат (рус. Малый Аллагуват) — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы биҫтәһе. Стәрлетамаҡ районының бөтөрөлгән ауылы. 1978 йылдан Салауат ҡалаһы составына индерелә.

Тарихы

Кесе Аллағыуат ауылы 1926—1927 йылдарҙа Стәрлетамаҡ кантонының Аллағыуат ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә. Яңы урынға беренсе булып Әғзәм Мәүлетов, Фәйзулла Ғәзизов, Хафиз Әхтәмов һәм тағы ла 6 ғаилә күсенә. 1928 йылда Беренсе Май урамы тип аталған урамда 56 йорт, икенсе Ағиҙел урамында 35 йорт була

1945—1978 йылдарҙа йорттар һаны 281-гә етә, 1978 йылда 287 тип теркәлә. 1928 йылда дөйөм ауыл йыйылышында колхоз ойоштороу тураһында ҡарар сығарыла, әммә ул 1929 йылдың көҙөнә тиклем тормошҡа ашырылмай. Һуңынан ете ғаилә колхозға инә. Колхоздың беренсе рәйесе Мостафа Рәхимҡолов була. Коллектив хужалыҡ ни бары ярты йыл ғына эшләй, 1930 йылдың яҙында ул тарҡала, йыйылған иген хужаларына кире таратыла.

1930 йылда 8 кеше ҡабаттан колхоз төҙөй. Уның уставы ҡабул ителә һәм Стәрлетамаҡ районы башҡарма комитетында теркәлә. Беренсе колхозсылар Нәсибулла Хажиев, Мөхтәр Зөбәйеров, Хәлулла Хәлилов, Минһажетдин Ханмурзин, Зөлҡәрнәй Бәширов, Нәсибулла Ишморатов була.

1931 йылда «Игенселәр» (рәйесе — Зөлҡәрнәй Бәширов) һәм «Аҡ иҙел» (рәйесе — Нурмөхәмәт Рәхимҡолов) колхоздары ойошторола. Ошо уҡ йылдың мартында улар берләшеп, «Ҡыҙыл герой» колхозын ойоштора, июлдә иһә ул Яңы Петровка ауылының «Веселый» колхозы менән берләшә. 1938 йылда коллектив хужалыҡ күп тармаҡлы була[1].

1978 йылға ҡарата Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауыл советына ҡарай.

Халҡы

1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда — 655; 1959 йылға иҫәп алыу буйынса 1229 кеше йәшәй.

Билдәле кешеләре

  • Андрбаев Нурийән Әйүп улы (25.01.1936 — 9.06.2025) — совет архитекторы. Архитектура өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994).

Иҫкәрмәләр

  1. Малый Аллагуват. Муниципальное бюджетное учреждение культуры и искусства городского округа город Салават Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә