Салауат картиналар галереяһы

Салауат картиналар галереяһы — Салауат ҡала хакимиәте башланғысы менән булдырылған художестволы музей[1]. Музей фондына Башҡортостан Республикаһының хәҙерге заман рәссамдарының әҫәрҙәре инә. Галереяла Дәүләт Третьяков галереяһы йыйылмаларынан XIX быуат рус күсмә-рәссамдарының эскиздары һәм һүрәттәре, сит ил рәссамдары картиналары күргәҙмәләре, шулай уҡ урындағы рәссамдарҙың шәхси күргәҙмәләре уҙғарыла[2].

Музей фондтары

Картиналар галереяһы йыйылмаларында — Башҡортостан Республикаһының хәҙерге заман рәссамдары әҫәрҙәре, шул иҫәптән урындағы рәссамдар эштәре (Б. Домашников, М. Карташов, М. Шнейдерман, Р. Яппаров, Р. Ишмөхәмәтов һ.б.). Керамика ла бар (Павел Фадеев, Мәскәү).

Галереяла даими рәүештә Башҡортостандың көньяғы рәссамдары ассоциацияһына ингән рәссамдарҙың шәхси күргәҙмәләре үтә[3], Дәүләт Третьяков галереяһы йыйылмаларынан XIX быуат рус күсмә-рәссамдарының эскиздары һәм һүрәттәре, сит ил рәссамдары картиналары күргәҙмәләре уҙғарыла. Антиквар кибете асылған.

Характеристикалары

undefined

1989 йылдың 28 сентябрендә асыла. 1991 йылдан «Картиналар галереяһы» тип йөрөтөлә. Нигеҙ һалыусыларҙың береһе Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейының филиалы булған "Музей-күргәҙмәләр залы"ның беренсе директоры Галина Робертовна Тор була.

1955 йылда төҙөлгән торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 562,2 м², экспозиция майҙаны — 436,3 м², фонд майҙаны — 125,9 м².

2014 йылдың ноябренә һаҡланған берәмектәрҙең дөйөм һаны — 267, шул иҫәптән: живопись — 45, графика — 10, биҙәү-ҡулланма сәнғәте предметтары — 13 дана һ.б.[4]

Етәкселәре

Төрлө ваҡыттарҙа картиналар галереяһы мөдирҙәре:

  • Галина Робертовна Тор;
  • Марат Шәрип улы Яппаров;
  • Елена Марс ҡыҙы Шафиҡова;
  • Лидия Васильевна Кормакова;
  • Ринат Сәйфетдинов;
  • Татьяна Пирковская;
  • Руслан Миңлевәли улы Сафиканов.

Иҫкәрмәләр