Третьяков Владимир Всеволодович
Третьяков Владимир Всеволодович (6 ғинуар 1890 йыл — 31 ғинуар 1970 йыл) — акушер-гинеколог-ғалим, йәмәғәтсе. 1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире. 1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1942), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945).
Биографияһы
Владимир Всеволодович Третьяков 1890 йылдың 6 ғинуарында Ҡазан губернаһының Зөйә ауылында (Татарстандың Свияжск ҡалаһы) тыуған.
1915 йылда Ҡазан университетын тамамлаған.
1920 йылдан башлап Томск университетының акушерлыҡ-гинекологик клиникаһында эшләгән.
1924 йылдан башлап Омск медицина институтында уҡытҡан.
1935 йылда - Төрөкмән медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (Ашхабад).
1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире.
1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе.
1947 йылдан алып 1968 йылға тиклем Башҡорт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй.
Ғалим 1970 йылдың 31 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге йөклөлөк патологияһы, бала тыуҙырғандан һуң септик өҙлөгөү, ҡатын-ҡыҙға бала тыуҙырыуҙа рациональ ярҙам күрһәтеү һәм ауыртыуҙы баҫыу, акушерлыҡ ярҙамын, акушерлыҡта һәм гинекологияла операция яһау техникаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән кесарева сечения операцияһы проблемамаларына; халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороуға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси өлкәһенә йоғонто яһарлыҡ хеҙмәт шарттарын өйрәнеүгә һ. б. арналған.
40-тан ашыу ғилми эш авторы. 1942 йылдан - медицина фәндәре докторы, 1935 йылдан - профессор.
Фәнни хеҙмәттәре
• Некоторые материалы по обезболиванию родов [Текст] / Проф. Третьяков. — Ашхабад : Туркменгосиздат, 1936. — Обл., 21 с.; 21 см. FB Я 234/1422 FB Я 234/1423 Дата поступления в ЭК — 10.02.2016
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957)
• СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945)