Андрбаев Нурийән Әйүп улы

Нурийән Әйүп улы Андрбаев (рус. Андрбаев, Нуриян Аюпович; 1936 йылдың 25 ғинуары, Кесе Аллағыуат, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 9 июне, Чебоксар) — совет архитекторы. Архитектура өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994).

Биографияһы

Нурийән Әйүп улы Андрбаев 1936 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Кесе Аллағыуат ауылында тыуа[1].

Октябрьский нефть техникумын (Башҡорт АССР-ы), Бөтә союз ситтән тороп уҡыу политехник институтын (рус.)баш. һәм 1974 йылда Мәскәү политехник институтының Чебоксар институтын (филиал) тамамлай[2].

undefined

1987 йылда Чебоксарҙа Сыуаш музыка театрының яңы бинаһын проектлағаны һәм төҙөгәне өсөн төркөм составында (архитекторҙар В. А. Тенета менән Л. В. Карсян; инженер-конструктор О. К. Смирнов һәм төҙөүсе И. Н. Друганкин) архитектура өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты була.

1999 йылда Чебоксарҙа Геология музейына нигеҙ һала.

2025 йылдың 9 июнендә 89 йәшендә вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Архитектура өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы (1987);
• Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1986);
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994);
• «Сыуаш Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2007)[4].

Ғаиләһе

Тормош иптәше Ғәлиә Әхмәтйәновна менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. И.И. Бойко. Андрбаев Нуриян Аюпович. chuvenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  2. Наши выпускники. polytech21.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  3. Ушёл из жизни Заслуженный строитель России и Чувашии Нуриян Аюпович Андрбаев (10 июнь 2025). 14 июль 2025 тикшерелгән.
  4. Скончался заслуженный строитель России и Чувашии Нуриян Андрбаев (рус.). forum.na-svyazi.ru (июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  5. Когда фамилия как бренд. Советская Чувашия (28 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.

Һылтанмалар