Һәнәк (журнал)
«Һәнәк» (рус. Хэнэк; «Вилы») — башҡорт телендә айына бер тапҡыр сыҡҡан әҙәби-нәфис сатирик һәм юмористик журнал. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. 12 төҫлө һүрәтле биттән тора. Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге йылдарҙа тиражы 34 мең дана, 1956 йылдан — 10-14 мең, 2010 йылдарҙа 11 мең дана була, әлеге ваҡытта 2 мең самаһы. Өфөлә нәшер ителә. Журнал шулай уҡ электрон версияла сыға[1].
Тарихы
1925 йылдың 15 сентябрендә «Яңы ауыл» (рус.)баш. гәзите биттәрендә «Яңы ауыл һәнәге» исеме менән сатирик ҡушымта булып тәүге һаны донъя күрә. Айына ике тапҡыр нәшер ителә. 1926 йылдың ғинуарынан ҡушымта татар телендә үҙаллы айлыҡ «Сәнәк» журналы булып сыға башлай.
1934 йылда баҫма «Удар төҙөлөш» гәзите менән берлектә татар телендә ҡушымта сығара.
1937 йылда ике һаны сыҡҡандан һуң, сәйәси репрессиялар көсәйгәс, баҫманы нәшерләү туҡтап ҡала.
1956 йылдың февраленән хәҙерге «Һәнәк» исеме менән башҡорт телендә сыға башлай.
1992 йылдан рус телендә «Вилы» исеме дубляж варианты баҫыла.
«Һәнәк» билдәле «Крокодил» журналына оҡшаш булып, сатирик формала йәмғиәттең кәмселектәрен — эскелекте, ялҡаулыҡты, яуапһыҙлыҡты, урлашыуҙы һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығын тәнҡитләй, төбәк һәм донъя масштабындағы мөһим ваҡиғаларҙы яҡтырта. Егерме йыллыҡ өҙөклөктән һуң журнал яңынан тергеҙелә һәм, совет сатираһы һәм юморы традицияларын һаҡлап, нәшер ителеүен дауам итә[2].
2025 йылда журнал бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. 2025 йылдың 19 октябрендә Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында «Һәнәк» сатирик журналының 100 йыллығына[3] арналған тантаналы сара үтә. Байрамда баҫманың үҫешенә ҙур өлөш индергән редакция хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйҙәр. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә журналдың өлкән мөхәррире Дилара Арсаева һәм художество мөхәррире Артур Василов лайыҡ була. Журналдың яуаплы секретары Марат Әминев — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы, «Һәнәк»тең баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы менән билдәләнә[4]. Журнал коллективын ҡотларға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар һәм профессиональ берләшмә вәкилдәре килә[5].
- Йөкмәткеһе һәм рубрикалары
«Һәнәк» биттәрендә көнүҙәк темаларҙы — ришүәтселекте, бюрократияны, социаль кәмселектәрҙе, көнкүреш етешһеҙлектәрен сағылдырған сатира һәм юмор әҫәрҙәре, шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар, карикатуралар, фельетондар донъя күрә. Төп рубрикалар:
- «Һәнәк йәбенә!»
- «Көлөрһөң дә, көйөрһөң дә»
- «Беҙҙең ауыл мәҙәктәре»
- «Дуҫтар күстәнәсе»
- «Көнкүрһәтмәҫ көнкүреш»
- Баш мөхәррирҙәре
- Ғ. Ғүмәр (1932—1935, өҙөклөктәр менән);
- И. Насыри (1934; 1935 йылдың авгусынан—1937);
- Н. Нәжми (1956 йылдан);
- Х. А. Әсәҙуллин (1959 йылдан);
- М. Н. Кәримов (1968 йылдан);
- Т. Н. Сәғитов (1978 йылдан);
- М. Сәлим (1980 йылдан);
- С. Н. Әбүзәров (2010 йылдан);
- Р. М. Кинйәбаев (2011 йылдан);
- И. В. Ишбулатов (2024 йылдан)[6][7].
Наградалары
- Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1975; 1992).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сайт журнала сатиры и юмора "Һәнәк" ("Вилы"). henek.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ «Хэнэк». Путеводители по российским архивам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 07.08.2025 № УГ-799 "О подготовке и проведении мероприятий, посвященных 100-летию журнала "Һәнәк" ("Вилы")". Официальный интернет-портал правовой информации (12 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Работники журнала «Һәнәк» получили высокие награды в честь 100-летия издания. ufa.bezformata.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ В Башкирии отметили 100-летие журнала «Хэнэк» (20 октябрь 2025). 8 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Журнал «Хэнэк» («Вилы») – одно из старейших сатирических изданий страны. Молодёжная газета (22 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ Стыкалин Сергей Ильич. Хэнэк (Вилы) Современный башкирский журнал сатиры и юмора. Советская сатирическая печать 1917-1963. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
Әҙәбиәт
Стыкалин С. И., Кременская И. К. Советская сатирическая печать. 1917—1963. — М., Госполитиздат, 1963. — 484 с.
Һылтанмалар
- Һәнәк (журнал) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Журнал сатиры и юмора Башкортостана