Ошмес (гәзит)
Ошме́с (Инеш) — 1999 йылдан Башҡортостанда нәшер ителгән удмурт телендәге республика ижтимағи-сәйәси гәзите.
Ойоштороусыһы
Ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты тора, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығы ярҙамында донъя күрә.
Тарихы
«Ошмес» гәзитенең беренсе һаны 1999 йылдың 1 июнендә сыға[1]. Гәзитте әҙерләп сығарыуҙа Башҡортостандағы Удмурт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Р. Б. Галямшин[2] һәм һуңынан «Ошмес» гәзите редакцияһын етәкләгән район гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Андрей Васильевич Гильмаев күп көс һала. Һуңынан баш мөхәррир вазифаһында уны Аркадий Нуритдинович Миниахметов алмаштыра[3].
Хәҙерге эшмәкәрлеге
Әлеге ваҡытта удмурт гәзитенең баш мөхәррире — Нигаматуллина Ольга Борисовна[4]. Гәзит республикала барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы яҡтырта, шулай уҡ удмурттарҙың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса мәҡәләләр баҫтыра. Гәзиткә яҙылыу Рәсәй почтаһы аша Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә: Удмурт Республикаһында һәм Пермь крайында тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ гәзит материалдары менән сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә (ВК, Одноклассники, Телеграм) танышырға мөмкин.
Гәзит А3 форматында дүрт битлек булып аҙнаһына бер тапҡыр сыға. Тиражы — 648 дана.
Гәзит мәҡәләләре Башҡортостанда таралған удмурт теле диалекттарын өйрәнеү өсөн мөһим сығанаҡ булып тора[5].
Редакция Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында «Ошмес» гәзите кубогына волейбол ярыштары үткәрә[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Народы Урало-Поволжья: история, культура, этничность. — Уфимский полиграфкомбинат, 2003. — С. 45. — 352 с.
- ↑ Губогло М. Н. Феномен Удмуртии: Хроника этнополитической жизни 1988—2004. — Институт этнологии и антропологии РАН, 2008. — Т. 7. — С. 373.
- ↑ Информационный центр «Финноугория». web.archive.org (4 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
- ↑ Официальный сайт газеты «Ошмес». Об издании. oshmes.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
- ↑ Александр Шутов. Некоторые лингвостилистические особенности языка газеты «Ошмес» // Журналистика Удмуртии: история и современность : материалы Регион. межвуз. науч.-практ. конф., посвящ. 100-летию удмурт. нац. период. печати / отв. ред. А. А. Вахрушев. — Ижевск: УдГУ, Фак. журналистики УдГУ, 2006. — С. 265–268. Архивировано 16 апрель 2012 года.
- ↑ Сайт Новотатышлинского сельсовета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026. Архивировано 5 август 2020 года.
Әҙәбиәт
- А. Н. Миниахметов. О газете удмуртов Башкортостана «Ошмес». // Информационно-методический сборник Министерства национальной политики УР. Ижевск. — 2002. — № 7. — С. 65-68.
- А. Н. Миниахметов. Роль газеты «Ошмес» в формировании и укреплении национального самосознания удмуртов Республики Башкортостан. // Финно-угры Башкортостана : материалы круглого стола «Народное творчество финно-угорских народов Башкортостана». — Уфа, 2005. — С. 52-54