Галямшин Ренат Биктимирович
| Викидата элементы тултырылмаған |
Галямшин Ренат Биктимирович (28 февраль 1949 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1981—2009 йылдарҙа Тәтешле районы «Дэмен» хужалығы рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат.
Биографияһы
Ренат Биктимирович Галямшин 1949 йылдың 28 февралендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Әрибаш ауылында тыуған. Милләте удмурт, юғары белемле — 1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1965—1967 йылдарҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт юлын, армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Арибаш урман-техник мәктәбен тамамлағас, райпотребсоюзда водитель булып башлай. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлай.
1971 йылда Тәтешле районы «Социализм» колхозында агроном була. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, 1975—1981 йылдарҙа «Урал» колхозының агрономы, баш агрономы һәм рәйесе булып эшләй. 1981 йылдан Тәтешле районының «Демән» колхозы рәйесе[1] [2]
Тәтешле районы 255-се Тәтешле һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр.
Ренат Биктимирович Галямшин оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 8 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ Ушел из жизни председатель Национально-культурного центра удмуртов РБ Ренат Галямшин. ИА «Башинформ», 9 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2020)
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» — Галямшин Ренат Биктимирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2024)
- 12 созыв (БАССР)