Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы
Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (31 июль 1942 йыл) — журналист һәм дәүләт эшмәкәре. 1990-1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Биографияһы
Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов 1942 йылдың 31 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар ауылында тыуған.
«Һәнәк» журналының баш мөхәррире (1978—1980).
Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының рәйесе (1980—1986).
«Башҡортостан» гәзитендә баш мөхәррир (1990—1996)[1].
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры (1986—1987 һәм 1997—2001 йылдар).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)[2]
Ғаиләһе
Ҡатыны — Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.
Улы — Азамат, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең экс-етәксеһе.
Улы — Салауат, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары.
Атаһы — Ниғмәт Сәғиҙуллин, 1942 йылдың 28 ноябрендә Великие Луки[3][4] ҡалаһы янындағы һуғышта һәләк булған.
Әсәһе — Зөләйхә Ғәзизова
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Талгату Сагитову — 70 лет — ИА «Башинформ».
- ↑ О присвоении почетного звания "Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан" работникам печати республики. Указ Президиума ВС РБ от 27.04.1992 N 6-2/221 Информационный портал Республики Башкортостан(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2021 йылдың 1 май көнөндә архивланған.
- ↑ Великие Луки: К 9 мая увековечат память башкирского солдата, погибшего в 1942 году в бою под Великими Луками