Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы

Галина Ғәзим ҡыҙы Ишмөхәмәтова (рус. Ишмухаметова Галина Газимовна1957 йылдың 30 марты, Өфө) — совет һәм Рәсәй матбуғат ветераны, журналист, йәмәғәтсе. 2002 йылдан «Уфа» журналының, 2009 йылдан — «Уфа-Ведомости» гәзитенең, 2018 йылдан — «Уфимские ведомости» гәзитенең һәм «Уфа» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).

Биографияһы

Галина Ғәзим ҡыҙы Ишмөхәмәтова 1957 йылдың 30 мартында Өфөлә ҡалаһында тыуа.

Өфө авиация институтын, Иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү ҙәм хоҡуҡ Көнсығыш интситутын, «Идара итеүҙең юғары мәктәбе» Милли институттарын тамамлай. 1979 йыл — хеҙмәт юлын Өфө приборҙар эшләү заводы ҡарамағындағы тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында инженер-һынаусы булып башлай.

1985—1991 йылдар — Өфө авиация институты ҡарамағындағы «Вихрь» махсус конструкторлыҡ бюроһында өлкән инженер булып эшләй.

1991—2002 йылдар — «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе, күҙәтеүсеһе, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары.

2002—2009 йылдар — «Уфа» журналы редакцияһы" МУП-ының баш мөхәррире.

2009 йылдан — «Өфө-Ведомости» муниципаль бюджет учреждениеһының баш мөхәррире (директоры).

2018 йылда «Уфимские ведомости» гәзитенең, «Уфа» журналының баш мөхәррире вазифаһына тәғәйенләнә[1].

Сәйәси эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты (бишенсе саҡырылыш);
  • «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы;
  • урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Комитет ағзаһы[1][2].

Ғаиләһе

Кейәүҙә, ике улы бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре 2006;
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең маҡтау ҡағыҙы;
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала Советының Маҡтау ҡағыҙы;
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы.
  • «Золотой гонг — 2013» журналистарҙың һөнәри конкурсында «Йыл мөхәррире» номинацияһы еңеүсеһе[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И перо у нее золотое, и дар издателя у ней  (рус.). 28 апрель 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 Ишмухаметова Галина Газимовна (30.03.1957). Лепутаты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
  3. Ишмухаметова Галина Газимовна. «АРС-ПРЕСС». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.