Кәлимуллин Иҙрис Батыршәйех улы

Иҙрис Батыршәйех улы Кәлимуллин (рус. Калимуллин Идрис Батыршаехович; 1965 йылдың 30 марты, Шәммәт ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй актёры һәм йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)[1].

Биография

Кәлимуллин Иҙрис Батыршәйех улы 1965 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Шәммәт ауылында тыуған.

1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрлыҡ бүлегенә уҡырға инә. 1989 йылда театр факультетын тамамлай һәм Башҡорт дәүләт йәш тамашасылар театрына актёр итеп ҡабул ителә.

1991 йылда Иҙрис Кәлимуллин «Нур» Татар дәүләт театрының актёры була[2].

1998 йылда «Сәйәр» исемле эстрада-театр төркөмөн ойоштора. 2009 йылда «Сәйәр» компаниялар төркөмө рәйесе була[3].

Актёр скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә.

Ижады

Профессиональ сәхнәлә Иҙрис Кәлимуллин А. Дилмөхәмәтовтың «Артур һәм Нэнси» спектаклендә Артур, З. Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» әҫәрендә Амангул, Т. Миңнуллиндың "Аҡбай ауыл эте"ндә Муйнаҡ һәм башҡа күп төрлө образдар тыуҙыра. Был ролдәре аша киң танылыу ала.

Театрҙа шулай уҡ Ф. Сәйфиказанлының «Йәмһеҙ тормош» (Мөхәммәт), М. Фәйзиҙең «Аҙашҡан» (Самат), Ж. Фәйзи һәм Т. Ғәззәттең «Башмаҡтар» (Ғәлимйән), Ғ. Исхаҡиҙың «Зөләйха» (Сәлимйән) әҫәрҙәрендә уйнай. Шулай уҡ «Минең ярлы Марат» пьесаһында Марат, "Аршин мал алан"да Асҡар һәм башҡа ролдәрҙе башҡара.

Ҡазанда К. Тинчурин исемендәге республика фестивалендә Ғ. Исхаҡиҙың «Көҙ» спектаклендә Хәлил роле өсөн «иң яҡшы ир-егет роле» дипломы менән бүләкләнә[4].

Уның репертуарында татар һәм башҡорт классик композиторҙарының йырҙары күберәк: Рим Хәсәнов, Заһир Исмәғилев, Сәлих Сәйҙәшев, Рөстәм Яхин, Сара Садиҡова. Хәҙерге композиторҙарҙан Рим Хәсәнов йырҙары айырыуса ҙур урын биләй. Күп йырҙары Рәмил Сурағолов һүҙҙәренә яҙылған.

Популяр йырҙары

Иҙрис Кәлимуллин башҡарыуында популяр йырҙар:

  • «Рәнйәтмәгеҙ әсәйҙәрҙ»е (р. Сурағолов һүҙҙәре, Р. Хәсәнов музыкаһы);
  • «Алла бирһә» (Р. Сурағолов һүҙҙәре, Р. Тимербаев музыкаһы);
  • «Эзләреңдә гөлләр үсәлә»р (Х. Туфан, Т. Абдрахманов һүҙҙәре);
  • «Абыема» (А. Минһажева, З. Хәйретдинов музыкаһы);
  • «Кабан куле» (Р. Валиев һүҙҙәре, Р. Хасанов музыкаһы)[5].

Ғаиләһе

Ҡатыны — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, скрипкасы Гүзәл Кәлимуллина (Вәлиева). Ул «Сайяр» эстрада театрының ойоштороусыларының береһе һәм артисы. Өс ҡыҙ үҫтерәләр[6].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995);
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014)[5];
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)[7];
  • К. Тинчурин исемендәге республика фестивалендә Ғ. Исхаҡиҙың «Көҙ» спектаклендә Хәлил роле өсөн «иң яҡшы ир-егет роле» дипломы.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Республики Башкортостан от 25.07.2011 N УП-382 «О присвоении почетного звания „Народный артист Республики Башкортостан“ Калимуллину И. Б.». Гарант. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026. Архивировано 3 август 2021 года.
  2. Известные люди Илишевского района. maps.kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026. Архивировано 30 июль 2021 года.
  3. Светлана Истомина. Поставили на паузу. Как переживают пандемию артисты эстрады в Башкирии? ufa.aif.ru (7 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026. Архивировано 30 июль 2021 года.
  4. Хроника участия в фестивалях. Уфимский государственный татарский театр «Нур». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
  5. 1 2 Юбилейный концерт Идриса Калимуллина. 17 апрель 2026 тикшерелгән.
  6. Юбилейный вечер Идриса Калимуллина. Всемирный конгресс татар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026.
  7. Айдар Галимов и Идрис Калимуллин стали Народными артистами Башкортостана. 17 апрель 2026 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә