Скандинав йөрөшө
Скандина́в йөрөшө (ингл. Nordic Walking, фин. Sauvakävely) — таяҡтар менән йөрөү[1], махсус эшләнгән таяҡтар ярҙамында шөғөлләнеүҙең билдәле бер методикаһы һәм йөрөү техникаһы ҡулланылған физик әүҙемлек төрө. Шулай уҡ «төньяҡ йөрөшө», йәки «нордик йөрөш», һирәгерәк «фин йөрөшө» тип атала. Ҡайһы берәүҙәр уны — фитнес төрө тип, икенселәр спорт атлауы төрө тип иҫәпләй[2].
1990 йылдар аҙағында донъяның күп илдәрендә популярлыҡ яулай.
Килеп сығышы
Таяҡ менән йөрөүҙең барлыҡҡа килеүен боронғо замандарҙан алып иҫәпләргә мөмкин, ул саҡта көтөүселәр һәм хаж ҡылыусылар таяҡтарҙы ҡатмарлы рельеф шарттарында ярҙамсы итеп ҡулланған.
Дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларында ла таяҡтар күптән дауалау физкультураһында ҡулланыла.
Хәҙерге заманға яҡыныраҡ версия 1940 йылдар тирәһендә Финляндияның үҙҙәрен саңғы миҙгеленән тыш формала тоторға тырышҡан профессиональ саңғысылары менән бәйле. Уларҙың башына саңғы таяҡтары менән йүгереп, саңғыһыҙ күнекмәләр яһау уйы килә[3].
Таяҡтар менән йөрөүҙе айырым спорт төрө булараҡ тасуирлау беренселеге Маури Рэпо (1979 йылдағы «Hiihdon lajiosa» мәҡәләһе[4]) һәм Марко Кантанева (1997 йылдағы «Sauvakävely» мәҡәләһе[5]) араһында бәхәс тыуҙыра.
Таяҡтар менән йөрөү принцибы саңғысыларҙың йәйге күнегеүҙәренә нигеҙләнә һәм хәрәкәттәрҙең нисек башҡарылыуы, был спорт төрө менән шөғөлләнеүҙең анатомик һәм физиологик сәбәптәре һәм бының өсөн ниндәй таяҡтар кәрәклеге тураһында тәүге һүрәтләүҙәрҙе үҙ эсенә ала.
1988 йылда АҠШ-та Exerstrider[6] баҫмаһы йөрөү өсөн таяҡтар тәҡдим итә һәм йөрөү техникаһын тасуирлай. Был төрҙөң хәҙерге замандағы таяҡ менән йөрөү менән уртаҡлығы бик аҙ, таяҡтар бик ауыр һәм ҡул өсөн ябай ҡайышлы (һуңыраҡ ҡайышһыҙ ҙа) треккинг таяҡтарын хәтерләтә. Төрлө спорт төрҙәренән (саңғы һәм альпинизм) килгән был төрҙәр техникаһы менән ныҡ айырыла.
1997 йылда Exel Oyj фирмаһы беренсе йөрөү таяҡтарын етештерә һәм баҙарға сығара[7]. Nordic Walking термины 1999 йылда Exel Oyj маркетингы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм билдәлелек яулай.
1997 йылдың аҙағында гәзит Финляндияның төрлө төбәктәрендә таяҡтар менән йөрөү буйынса тәүге курстар ойоштора. Проектҡа 50 000 марка һалына, бер буш урын да ҡалмай.
1998 йылдың аҙағына яҡынса 2000 уҡытыусы-остаз өйрәтелә, башҡа илдәргә лә күскән йәнлелек башлана.
1990 йылдар аҙағында таяҡ менән йөрөү үҙ аллы спорт төрөнә әүерелә. Һуңыраҡ бындай йөрөү практикаһы Германияға һәм Австрияға «скандинав йөрөшө» исеме аҫтында үтеп инә.
2000 йылда ошо өс ил генә Финляндияның Вантаа ҡалаһында урынлашҡан штаб-фатиры менән Халыҡ-ара скандинав йөрөшө ассоциацияһына (INWA) инә. Хәҙер был ойошмаға 20-нән ашыу ил инә, ә инструкторҙар тағы ла 40 илдә күнекмәләр үткәрә[3].
2004 йылда Suomen Gallup һәм Suomen Latu спорт йәмғиәте үткәргән тикшеренеүҙәр буйынса, Финляндияла таяҡ менән йөрөүсе 770 000 кеше булған.
2010 йылда Халыҡ-ара скандинав йөрөшө федерацияһы (INWA) башланғысы менән был физик әүҙемлек формаһын популярлаштырыу маҡсатында Бөтә донъя скандинав йөрөшө көнө булдырыла. Скандинав йөрөшөн үҙ эсенә алған беренсе күмәк сара Халыҡ-ара спорт ассоциацияһы (TAFISA) тарафынан ойошторола һәм 2010 йылдың октябрендә үтә.
Шөғөлләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе
• Скандинав йөрөшө аяҡ мускулдарын ғына түгел, ә тәндең өҫкө өлөшөндәге мускулдарҙы ла әүҙемләштерә[8];
• Ғәҙәти атлауға ҡарағанда 46 процентҡа күберәк калория яндыра[9];
• Йөрәк һәм үпкәнең эшен яҡшырта, ғәҙәти атлау менән сағыштырғанда, тамыр тибешен минутына 10-15-кә арттыра[8];
• Тауға күтәрелергә ярҙам итә.
Ҡорамалдар
Таяҡтар менән йөрөү өсөн классик саңғы таяҡтарынан күпкә ҡыҫҡараҡ махсус таяҡтар ҡулланыла. Таяҡтарҙың оҙонлоғон үҙеңә яраҡлы итеп һайлап алырға кәрәк, сөнки бик ҡыҫҡа таяҡтар тубыҡтарға, шайтан ашығына һәм арҡаға артыҡ көсөргәнеш биреүе ихтимал[10].
Таяҡтарҙың 2: стандарт оҙонлоғо билдәләнгән һәм телескопик (бер нисә тартып сығармалы сегмент-быуынлы) төрө бар. Йөрөү өсөн таяҡтарҙың үҙенсәлеге шунда: тотҡаларға бармаҡһыҙ бирсәткәләрҙе хәтерләткән ҡайыштар беркетелгән. Был таяҡ тотҡаһын ҡыҫмайынса этәрелергә ярҙам итә. Шулай уҡ бөлдөргө (wrist strap) тип аталған таяҡтар һатыла. Таяҡтарҙың алмаш резина башы була, уны ҡаты ер өҫтөндә файҙаланалар. Боҙ, ҡар өҫтөндә, һуҡмаҡтарҙа таяҡтың үҙендәге ҡаты иретмәле сөйҙәр ҡулланыла. Таяҡтар, ғәҙәттә, еңел материалдарҙан (алюминийҙан, углепластиктан, композицион материалдарҙан) эшләнә. Баҙарҙа күренгеләһә лә, махсус аяҡ кейеме кәрәкмәй. Уңайлы һәр төрлө кроссовкалар бик яҡшы тап киләсәк[11].
Көсөргәнеште арттырыу өсөн фитнес менән шөғөлләнеү өсөн ҡулланылған ауырайтҡыстар кейәләр[2].
Күнекмә мәғлүмәттәрен күҙәтеү өсөн мобиль яйланмалар ҡулланырға мөмкин. Фитнес беләҙеге үткән араны һәм яндырылған калорияларҙы контролдә тоторға ярҙам итер. Маршрутты контролдә тотоу өсөн «GPS»-трекер яраҡлы, уны айырым яйланма булараҡ һатып алырға йәки смартфонға ҡуйырға мөмкин. Пульсометр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары йәки һимереүҙең ауыр дәрәжәһендә йөрәк тибешен контролдә тотоу өсөн кәрәк.
Таяҡ һайлау
• Һабы уңайлы булырға һәм ҡул суғын өйкәмәҫкә тейеш;
• Ҡапҡан тибындағы ҡайыш (ул уҡ бөлдөргө) тотҡаны ҡыҫып тотмаҫ өсөн ҡулды тығыҙ уратып тора, таяҡ йәйәүле менән тәбиғи рәүештә хәрәкәт итергә тейеш;
• Яҡшы ҡайыш ҡул баҫымын тигеҙ бүлә һәм ҡул суғының ҡан әйләнешенә тотҡарлыҡ тыуҙырмай;
• Таяҡ еңел һәм ныҡлы булырға тейеш;
• Таяҡтың осондағы ҡаты иретмәле сөйҙәр хәүефһеҙлек өҫтәй һәм хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта, ә резина осо асфальт буйлап хәрәкәт иткәндә бәрелеүҙе йомшарта;
• Таяҡтың оҙонлоғо, йәйәүленең әҙерлегенә ҡарап, формулалар буйынса һайлана:
•• Йөрөү тиҙлеге түбән булған йәки ауырыуҙан, йәрәхәт алғандан һуң аяҡҡа баҫҡан кешеләр өсөн өҫтөнлөклө формула: кешенең буй оҙонлоғо × 0,66. Мәҫәлән, буйы 171 см × 0,66 = 112,86 (110 сантиметрлыҡ таяҡтарҙы ҡулланырға мөмкин);
•• Нығыраҡ күнеккән кешеләр, уртаса көсөргәнештә йөрөүҙе яратыусылар өсөн түбәндәге формула тура килә: кешенең буй оҙонлоғо × 0,68. Мәҫәлән, буйы 171 см × 0,68 = 116,28 (115 сантиметрлыҡ таяҡтарҙы ҡулланырға мөмкин);
•• Тиҙ атлап йөрөүҙе яратҡан спортсылар өсөн оҙонлоғо кешенең буй оҙонлоғо × 0,70 формулаһы буйынса иҫәпләнгән таяҡтар яраҡлы буласаҡ. Мәҫәлән, буйы 171 см × 0,70 = 119,7 (120 сантиметрлыҡ таяҡтарҙы ҡулланырға мөмкин);
• Телескопик таяҡтар уның оҙонлоғон кешенең буйына ярашлы теүәл һайларға мөмкинлек бирә.
Скандинав йөрөшө өсөн телескопик таяҡтар ике йәки өс секциялы булырға мөмкин. Ике секциялы таяҡтар, ҡағиҙә булараҡ, бәләкәй диаметрлы торбаларҙы ҡулланыу иҫәбенә өс секциялы таяҡтарға ҡарағанда еңелерәк.
Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү уңайлы һәм һөҙөмтәле йөрөргә булышлыҡ итә[12].
Скандинав йөрөшөнөң техникаһы
Ҡул, аяҡ, янбаш һәм тән хәрәкәттәре ритмик һәм атлап йөрөүҙәге кеүек үк. Ҡаршы яҡ (һул/уң) ҡулдар һәм аяҡтар сиратлап алға-артҡа хәрәкәт итә, атлап йөрөүҙәге кеүек, әммә көсөргәнешлерәк. Күнекмә һөҙөмтәләрен тойор өсөн шунда уҡ хәрәкәттең дөрөҫ темпын табыу бик мөһим. Ҡулдарҙы алға-артҡа һелтәү дәүмәле аҙымдарҙың ҙурлығын билдәләй. Ҡулдарҙың ҡыҫҡа хәрәкәттәре янбаш һәм аяҡ хәрәкәттәрен сикләй. Әгәр ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы ныҡ һелтәп хәрәкәт ителһә, янбаш, күкрәк ситлеге, елкә-яурындың хәрәкәттәре лә көсәйә, һәм көсөргәнеш арта. Таяҡ алға хәрәкәт итеүгә булышлыҡ итергә тейеш, йәғни уның менән этәрелергә кәрәк.
Ойошмалар
Спортты алға ебәреү өсөн п һанлы ойошмалар булдырылған:
• World Original Nordic Walking Federation— ONWF[14];
• Халыҡ-ара скандинав йөрөшө федерацияһы — INWA. 2000 йылда нигеҙ һалынған[15];
• Скандинав йөрөшөнөң рус милли ассоциацияһы — RNWA[16], Рәсәйҙә Халыҡ-ара скандинав йөрөшө федерацияһы вәкиле;
• Рәсәйҙең Төньяҡ йөрөш федерацияһы — РФСХ[17];
• (North) American Nordic Walking Association — ANWA[18];
• International Nordic Fitness Sports Association — INFO[19]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Что такое Sauvakävely? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 1 май 2017 года.
- ↑ 1 2 Линдберг А. Н. Скандинавская ходьба и джоггинг против болезней — СПб: Вектор, 2014. — С. 12. — ISBN 978-5-9684-2230-9.
- ↑ 1 2 Malin Svensson. Nordic Walking. — Human Kinetics, 2009. — P. 6-7. — 216 p. — ISBN 978-0736077392.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2014 года.
- ↑ Kantaneva M. SAUVAKÄVELY. Suomen Latu ry, Suomalainen ryhtiliike ry, Latu&Polku — special edition — week. 36/1997
- ↑ The Capital Times newspaper, Madison, WI, USA, Dec. 13, 1988
- ↑ Company: Exel Oyj — Exel Oyj is a Finland-based technology company engaged in the design, manufacture and marketing of composite profiles and tubes for industrial applications. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано из оригинала 21 июль 2012 года.
- ↑ 1 2 Medicine & Science in Sports & Exercise VOL. 27, NO. 4 April1995:607-11
- ↑ Claire Walter. Nordic Walking: The Complete Guide to Health, Fitness, and Fun. — Hatherleigh Press, 2009. — 208 p. — ISBN 978-1578262694.
- ↑ Что такое скандинавская ходьба с палками? www.buildbody.org.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
- ↑ Nordic Walking vs. Hiking, Hiking Boots Blog (15 июнь 2011). 26 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ RNWA. Как выбрать палки для скандинавской ходьбы. Ассоциация скандинавской ходьбы (16 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2025)
- ↑ Линдберг А. Н. Скандинавская ходьба и джоггинг против болезней. — СПб: Вектор, 2014. — С. 13. — ISBN 978-5-9684-2230-9.
- ↑ HOME — ONWF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 2 май 2012 года.
- ↑ INWA Nordic Walking Portal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 10 май 2012 года.
- ↑ Русская Национальная Ассоциация Скандинавской ходьбы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 8 февраль 2014 года.
- ↑ Российская федерация северной ходьбы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 16 октябрь 2017 года.
- ↑ ANWA — Amercian Nordic Walking Association " Home 2012 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Info — International Nordic Fitness Organisation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. Архивировано 26 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
- Палки в руки — и вперёд!, Олег Белов, Известия (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2025)