Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы
Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Шәйҙуллина; рус. Фнуна Ханифовна Сиражетдинова; 1949 йылдың 15 феврале, Ишҡар, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет йырсыһы (сопрано), уҡытыусы. 1980—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989) артисы[1].
Биографияһы
1949 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Ишҡар ауылында тыуған[1].
1970 йылда Өфөләге 2-се педагогия училищеһын тамамлай[2].
1969 йылдан Башҡорт хор капеллаһы артисы булып эшләй. 1980—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы була[3].
2006—2014 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләй[1][3].
Ижади эшмәкәрлеге
Йомшаҡ һәм нәфис тембрлы тауышлы йырсының йырҙарына хислелек, ихласлыҡ хас[1]. Репертуарында Роберт Ғәзизов, Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡа Башҡортостан композиторҙарының йырҙары, «Бейек кенә тауҡай», «Кизелекәй шаршау», «Тирмән дә аҫты тәрән һыу» башҡорт халыҡ йырҙары бар.
Сафуан Әлибай шиғырына Н. Ә. Дауытовтың «Мөхәббәт йыры», Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырына С. Ә. Низаметдиновтың «Ялан сәскәләре», Рәми Ғарипов шиғырына Р. Х. Сәхәүетдинованың «Кәкүк» йырҙарын тәүге башҡарыусы булып тора[1].
СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөй[1]. Уның башҡарыуында «Бер йырлап уҙам әле», «Әсәйемдең мамыҡ шәле», «Ялан сәскәләре», «Бер-бер артлы йылдар уҙа» тигән йырҙар киң танылыу ала[2].
Маҡтаулы исемдәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)[1].
Ғаиләһе
- Улдары — Илшат һәм Илһам[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Г. А. Ишкинина. Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдиноваға 70 йәш тулды. Культурный мир Башкортостана (18 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ 1 2 Сиражетдинова Фануна Ханифовна. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ Җырлы гомер. kiziltan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
Һылтанмалар
- Г. А. Ишкинина. Сиражетдинова Фәнүнә Хәниф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Культурный мир Башкортостана
- Единый портал башкирской культуры
- «Автограф» — Народная артистка Республики Башкортостан Фануна Сиражетдинова