Ҡуҡрауыҡ (Һикәҙе ҡушылдығы)

Ҡуҡрауыҡ[1][2] (рус. Кукраук, Кук-Караук) — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Маҡар ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Һикәҙе йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 12 км.

Элек йылға буйында Ҡуҡрауыҡ тигән утар булған. Йылға башланған ерҙә уны юл киҫеп үтә Р316, был юл Ҡуҡрауыҡтың яры буйлап уның тамағынаса бара.

Ҡуҡрауыҡ Ҡолғона ауылынан 6 км көнбайыштараҡ Оло Алатау тауы янынан башлана . Көнсығыштан көнбайышҡа табан «Ишембай заказнигы» аша ағып, Һикәҙегә уның тамағына 13 км алыҫлыҡта һул яҡтан барып ҡушыла. Ҡуҡрауыҡ тамағы Маҡар ауылынан Һикәҙе буйлап 7 км алыҫлыҡта ята. Ҡоро йылдарҙа йылға ер аҫтына китә.

Ҡуҡрауыҡ фран- фамен ҡатламына ҡараған ҡаяташтар араһынан аға[3]. Ул тауҙарҙан түбәнгә бер нисә тармаҡҡа бүленеп, Ҡуҡрауыҡ шарлауығын хасил итеп ағып төшә. Һул яҡ тармағы Егән мәмерйәһе (Ҡуҡрауыҡ) эсендә аға.

Шарлауыҡ буйындағы таштарҙа һирәк осрай торған үҫемлектәр — сүл борсағының бер төрө(очиток гибридный, (лат. Sedum hybridum L., Aizopsis hybrida (L.) Grulich)), төньяҡ вудсия абағаһы (папоротник вудсия северная) күпләп үҫә.

Ҡушылдыҡтары

(тамағынан км алыҫлыҡта)

Ландшафт

Тирә яғында һоро урман тупрағында саған, ҡайын, йүкә һәм йыла ҡатнаш урмандар үҫә.

Топонимика

башҡ. Ҡуҡырауыҡ[4] шаулап, күкрәп аҡҡан йылға, «грохочущая»[5]

Иҫкәрмәләр

  1. Карта Генштаба СССР N-40-090 2018 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған.
  2. Карта ГГЦ N-40-21 2020 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған.
  3. Глобальные катастрофические события и их роль при стратиграфических корреляциях осадочных бассейнов разного типа — Все о Геологии (geo.web.ru)
  4. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005
  5. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. С. 94

Әҙәбиәт

Категориялар