Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы
Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы Ҡарамышев (рус. Галимьян Харисович Карамышев; 1903 йылдың 4 декабре, Маҡар ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1977 йылдың 20 ғинуары, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1955), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1949), Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1940), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1935)[1][2].
Биографияһы
1903 йылдың 4 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) тыуған[1][2].
1913 йылда Маҡар урыҫ‑башҡорт училищеһын, артабан мәҙрәсә тамамлай[2].
1919 йылдың декабрендә Башҡорт драма театры труппаһына алына һәм 1970 йылға тиклем өҙөклөктәр менән шунда эшләй. Театрҙа тәүге сығышы — Ф. Туйкиндың «Ватан баһадирҙары» драмаһы буйынса спектаклдә була.
1926—1927 йылдарҙа Мәскәү дәүләт кинематография техникумының актёрлыҡ факультетында уҡый[1][2].
1977 йылдың 20 ғинуарында Өфөлә вафат була. Мосолман зыяратында ерләнә.
Ижады
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Кочкарёв — «Өйләнеү», Н. В. Гоголь;
- Вурм — «Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер;
- Шмага — «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский;
- Серебряков — «Ваня ағай», А. П. Чехов;
- Незеласов — «Бронепоезд 14-69», Вс. Иванов;
- Кокорышкин — «Баҫып инеү», Л. Леонов;
- Исмәғил — «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи;
- Күсәрбай — «Таңсулпан», Ҡ. Даян;
- Әпкәләй — «Ҡарағол», Д. Юлтый;
- Фәхри — «Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури (повесть буйынса)[1].
Фильмографияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1935);
- Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1940);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1944);
- РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1949);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955);
- РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1955)[1].
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 С. С. Саитов. Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Он стоял у истоков башкирского профессионального театра. Башинформ (4 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- С. С. Саитов. Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Карамышев Галимьян Харисович (1903—1977)
- Он стоял у истоков башкирского профессионального театра
- Галимьян Карамышев