Фәтҡуллина Рита Харис ҡыҙы

Фәтҡуллина Рита Харис ҡыҙы (1 март 1980 йыл) — шағирә, ғалимә. Филология фәндәре кандидаты (2007)[1], доцент. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире (2012—2016). РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы[2].

undefined

Биографияһы

Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина 1980 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң, юғары белемде Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында ала. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты була[3]. Уҡыу йортон отличие менән тамамлай (2002)[4][2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башлай. 2012—2016 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире була. 2007 йылда филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Ижады

«Ҡайтауаз» шиғри йыйынтығы, «Башҡорт шиғриәтенең строфикаһы» монографияһы, «Башҡорт балалар әҙәбиәтенең жанр үҙенсәлектәре», «Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте», «Хәҙерге башҡорт шиғриәтен өйрәнеү», «Драма әҫәрҙәрен өйрәнеү» уҡыу ҡулланмалары һәм башҡа китаптар авторы[2].

2022 йылда шағирә Гөлнара Хәлфетдинова менән бер тупланмала шиғырҙар һәм поэмаларынан торған «Ваҡыт сыңы» китабы донъя күрә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы[6].
  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2004» Төбәк-ара конкурс номинанты (2004)[4].

Һылтанмалар