Хәлфетдинова Гөлнара Нәжип ҡыҙы
Хәлфетдинова Гөлнара Нәжип ҡыҙы (18 июль 1978 йыл) — шағирә, журналист, тәржемәсе, сценарист. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Рәсәй Әҙәбиәтселәр берлегенең Өфө филиалы етәксеһе[1].
Биографияһы
Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинова 1978 йылдың 18 июлендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Хәмит ауылында тыуған.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай[2].
Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ала. 2000—2012 йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар каналында мөхәррир булып эшләй.
2012—2020 йылдарҙа — «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдарында бүлек мөхәррире була.
2020 йылдан «Ағиҙел» әҙәби журналының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире[1].
Халыҡ медицинаһының хиджама төрөн, һөлөк менән дауалау ысулдарын үҙләштерә[2].
Ижады
«Тамыр» балалар каналында эшләгәндә балалар өсөн бик күп фильмдарға сценарий яҙа, башҡорт телендәге беренсе «Нурбостан» йәнһүрәт сериалы авторы. Балалар өсөн уның шиғырына яҙылған 200 самаһы йыр бар. Ике китап авторы. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй әҙәбиәт фестивалдәре ҡатнашыусыһы[1]. Ғағауыз, үзбәк, яҡут (саха), ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәрҙә ижад иткән шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Үзбәкстандағы «Китап донъяһы» халыҡ-ара әҙәби платформаһында үҙ хәбәрсе лә булып эшләп ала. 8 йыл дауамында «Уфа» журналында «Я учу башкирский» тип аталған рубрика алып бара, башҡорттарҙың онотолоп барған йолалары менән таныштыра[2].
- Китаптары
- «Ҡыңғыраулы ғына яланда»
- Бәхет һурпаһы : [шиғырҙар] / Гөлнара Хәлфетдинова. Ваҡыт сыңы : [шиғырҙар] / Рита Фәтҡуллина. — Өфө : Китап, 2022. — 301, [1] с.;
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән Гөлнәзирә исемле ҡыҙ һәм Сөләймән исемле ул үҫтерә[2].