Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы

Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев (1825 йылдың Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы — ?) — кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Биографияһы

1825 йылдың Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Сығышы менән Ҡарамышевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.

1852, 1853 йылдарҙа Коканд походтарында ҡатнаша. 1851 йылдың 8‑се башҡорт кантоны башлығы, 1852 йылда алып Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында столоначальник ярҙамсыһы.

1856 йылда апрелендә башлап һәм 1859 йылдыүң алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1856 йылда октябрҙә — Һырдаръя сик һыҙығының Перовский фортында башҡорт командаһы начальнигы. 1858 йылда алып 1‑се фортта Һырдаръя ҡырғыҙҙары буйынса Сит ил эштәре министрлығының өлкән чиновник ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ғаиләһе

Улдары:

Бүләктәр

  • III дәрәжә Изге Анна ордены (1853)
  • III дәрәжә Изге Станислав ордены (1856)
  • «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән.

Хәтер

Башҡорт халыҡ маршы «Ҡарамышев» («Йосоп майор») Ҡарамышев бағышланған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар