Башҡортостан байрамдары
Башҡортостан байрамдары — Башҡортостанда рәсми рәүештә эшләмәй торған байрам көндәре, милли байрамдар һәм иҫтәлекле даталар билдәләнгән. Рәсми байрамдарҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы закондары менән ғәмәлгә индерелә.
«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри һәм башҡа даталар тураһында» Башҡортостан законы республиканың Юғары Советы тарафынан 1992 йылдың 27 февралендә ҡабул ителде.
Эшләмәй торған байрам көндәре
| Датаһы | Исеме | Иҫкәрмә |
|---|---|---|
| 11 октябрь | Республика көнө | Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндә билдәләнә. |
| 24 декабрь | Башкортостан Республикаһы Конституцияһы көнө[1] | Республика Юғары Советы 1993 йылда Башҡортостан Конституцияһын ҡабул иткән көндә билдәләнә. |
| Ураҙа байрамы | Ураҙа байрамы датаһы Ислам календарына ярашлы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте тарафынан, байрам үткәреү көнөнән өс ай алдан да һуңламай, иғлан ителә. | |
| Ҡорбан байрамы | Ҡорбан байрамы датаһы ай календарына ярашлы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте тарафынан, байрам үткәреү көнөнән өс ай алдан да һуңламай, иғлан ителә. | |
| 12 июнь | Өфө ҡалаһы көнө | Ҡала көнө. Был дата Рәсәй көнө һәм Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө менән тап килә. |
Иҫтәлекле көндәр
| Датаһы | Исеме | Иҫкәрмә |
|---|---|---|
| 18 ғинуар | Башҡортостан Республикаһында Хеҙмәт ветерандары көнө | Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан 2021 йылдың 31 мартында ҡабул ҡабул ителә[2]. |
| 25 февраль | Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө | Республика Юғары Советы тарафынан яңы флагты 1992 йылда ҡабул иткән көндә (2002 йылдан) билдәләнә[3]. |
| 1 март | Башҡорт ғаиләһе көнө | 2017 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты инициативаһы менән булдырыла[4]. |
| 20 март | Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған көн | Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте Башҡортостан Совет автономияһы тураһында 1919 йылдағы Килешеүгә ҡул ҡуйған көндә билдәләнә. Совет рәсәйе яғынан уға Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетырәйесе в.б. М. Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты секретары А. С. Енукидзе, башҡорт делегация яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. А. Ҡулаев, Башҡорт ғәскәре адьютанты Ә. И. Бикбауов, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы М. Д. Халиҡов ҡул ҡуйҙылар. |
| 31 март | Башҡортостан Республикаһынан Федератив килешеү ҡушымтаһына ҡул ҡуйған көн | 1992 йылда Федератив килешеүгә ҡул ҡуйылған көндә билдәләнә. |
| апрель, өсөнсө йома | Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө | 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указына ярашлы ойошторола[5] |
| 14 май | Александр II тарафынан 1861 йылғы Крәҫтиән реформаһынан һуң башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең һәм бобылдәрҙең хоҡуҡи хәлен билдәләгән һәм нығытҡан «Башҡорттар тураһында положение» ҡабул ителгән көн (1863 йыл) | |
| 1 июнь | I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асылған көн (1995 йыл) | |
| 10-20 июнь | Салауат Юлаев көндәре | |
| 12 июнь | Ҡала көнө (Өфө) | |
| 14 июнь | Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө | |
| 7 июль | Башҡорт авиацияһы барлыҡҡа килгән көн | |
| 3 август | Рәсәй Федерацияһы дәүләт хакимиәте органдары һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт хакимиәте органдары менән идара итеү даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының үҙ-ара вәкәләтлектәрҙе айырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған көн. |
1994 йылда Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған көндә билдәләнә. |
| август, икенсе йәкшәмбе | Башҡортостан Республикаһында Умартасылар көнө | 1992 йылдың 2 июлендә Башҡортостан Республикаһы Законы менән булдырыла[6]. |
| сентябрь, икенсе йома | Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө | 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указына ярашлы ойошторола[5] |
| 12 ноябрь | Башҡортостан Республикаһының Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө | 2008 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Профсоюздарының Федерация Советы Президиумы таарфынан булдырыла[7] |
| 13 ноябрь | 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө | Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан[8] |
| 1 декабрь | Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө | 2022 йылда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителә[9] |
| 14 декабрь | Башҡорт теле көнө | 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы башлығы Указы менән булдырыла[10] |
| 29 ноябрь | Башҡортостан милли-территориаль автономияһы берәмәге Рәсәй дәүләтенең федератив өлөшө булараҡ булдырылған көн | Башҡортостан милли-территориаль автономияһы 1917 йылдың 15 ноябрендә (иҫке стиль буйынса) Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан иғлан ителә һәм III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында раҫлана[11][12][13][14]. |
Башҡа байрамдар
Башҡортостанда халыҡ (милли) Һабантуй байрамы рәсми статусҡа эйә. Байрам республиканың барлыҡ муниципаль райондарында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан үткәрелә. Һабантуйҙың үткәрелеү датаһы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы тәғәйенләнә.
Республика Салауат йыйыны фольклор байрамы йыл һайын Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалалары һәм райондарында 2004 йылдан алып үткәрелә башланы. 2011 йылдан алып Салауат йыйыны Салауат районында үткәрелә.
Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында республика Ҡурай байрамы үткәрелә. Ҡурай байрамы республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарын һаҡлау һәм артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеү, шулай уҡ талантлы ҡурайсылар асыҡлау маҡсаттарында үтә һәм беренсе мәртәбә 2001 йылда ойошторолдо. Йылдан -йыл байрамда ҡатнашыусылар һаны арта бара.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы субъекты ҡануниәте тарафынан булдырылған башҡа иҫтәлекле даталар ҙа билдәләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Рәсәй байрамдары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Статья в Башкирской энциклопедии 2013 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған. (баш.)
- ↑ https://veteranrb.ru/18-janvarja-den-veterana-truda/
- ↑ 25 февраля — День Государственного флага Республики Башкортостан// ИА Башинформ
- ↑ https://zian-rdk.ru/news/2024/03/den-bashkirskoj-semi-2/
- ↑ 1 2 День национального костюма
- ↑ Закон Республики Башкортостан О пчеловодстве
- ↑ 12 ноября — День профсоюзного работника Башкортостана
- ↑ День памяти великих конников. Уфа 450. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2024.
- ↑ В Башкортостане утвердили новый профессиональный праздник — День работника промышленности
- ↑ В Башкирии в пятый раз отметят День башкирского языка
- ↑ Как возникла Башкирская республика? 2017 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
- ↑ Еникеев З. И. Правовой статус Башкортостана в составе России. Уфа: «Гилем», 2002. — 374 с. — с.228
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность: Уфа, ГРИ «Башкортостан», 2005. с.49, 53
- ↑ Постановление Учредительного курултая
Һылтанмалар
- Фатыхова Ф. Ф. Праздники // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Самигуллин В. К. Праздничные дни // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Закон Республики Башкортостан «О праздничных и памятных днях, профессиональных праздниках и иных знаменательных датах в Республике Башкортостан» от 27 февраля 1992 года 2013 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
]
Был тамамланмаған мәҡәлә Башҡортостан мәҙәниәте тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |