Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө | |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 23 май 1998 |
Дәүләт | |
Йылдың көнө | 14 июнь |
Кем хөрмәтенә | Башҡорт (гәзит) |
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө (Матбуғат көнө) — 1998 йылдың 23 майында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Указы менән булдырылған һөнәри байрам. Йыл һайын 14 июндә билдәләнә[1].
Тарихы
Башҡорт милли матбуғаты сыға башлауы 1906 йылдан — «Ваҡыт» гәзите нәшер ителгәндән һаналһа ла, рәсми дата итеп 1917 йылдың 14 июне — «Башҡорт иттифаҡи бюроһы мөхбире» («Известия башкирского областного бюро») башҡорт гәзитенең беренсе һаны донъя күреү билдәләнә. Уның маҡсаты башҡорт милли съезын йыйыу була. башҡорт милли хәрәкәтен туплау өсөн ойошманың баҫма органын булдырыу ихтыяжы тыуа. Гәзиттең баш мөхәррире итеп Сәғит Мерәҫов тәғәйенләнә. Беренсе һанда Мәскәүҙә үткән Мосолмандар съезы тураһында мәғлүмәт бирелә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең «башҡорттарҙың алдында торған эштәр» мәҡәләһе урын ала. Беренсе һанынан һуң гәзит бер ай сыҡмай тора. Ә шул 1917 йылдың 15 июлендә «Башҡорт» атамаһы аҫтында сыға башлай[1].
Республикала киң мәғлүмәт башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә сыға һәм таратыла[2].
Йола булараҡ, байрам Матбуғат йорто алдындағы майҙанда ойошторола һәм яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Тантанала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт буйынса агентлыҡ, БР Журналистар союзы етәкселеге, Башҡортостандың баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, журналистика ветерандары, матбуғат баҫмаларын уҡыусылар ҡатнаша. Матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә, гәзит-журналдарға яҙылыу, китап сауҙаһы ойошторола. Шулай уҡ матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла[3].