Башҡортостанда фән
Башҡортостанда фән | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Башҡортостанда фән — Башҡортостан Республикаһында фәндең тарихы һәм хәҙерге торошо.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп сирҙәрҙе дауалағанда башҡорттар бал, ҡымыҙ, атта йөрөүҙе (иппотерапия) файҙаланған. Башҡортостанда XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың мәғдән иретеү буйынса белемдәре мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләп табырға һәм мәғдән иретеү заводтары төҙөргә ярҙам иткән.
Рәсәй империяһы составындағы Көньяҡ Уралға, уның территорияһын, тәбиғәт байлыҡтарын, халҡын, тарихи ҡомартҡыларын өйрәнеү маҡсатында Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан 1768—1774 йылдарҙа составында академиктар Петер Симон Паллас, Иоганн Готлиб Георги, Иван Иванович Лепехин, Иоганн Петер Фальк булған академик экспедициялар ебәрелә. Экспедицияларҙа төбәктең иҡтисади торошон баһалауға, файҙалы ҡаҙылмаларын өйрәнеүгә, топографик һүрәтен төшөрөп алыуға, ботаникаһын һәм географияһын өйрәнеү һәм баһалауға ҙур әһәмиәт бирелә. Төбәктең металлургия һәм тау-мәғдән заводтары, башҡорт кәсептәре өйрәнелә. Уралда, Иҙел буйында йәшәгән төрки, славян, фин-уғыр халыҡтарының хужалығын, көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм инаныуҙарын тәүләп системалы тасуирлау эше атҡарыла.
Башҡорт халҡының йола тарихын, мәҙәниәтен һәм телен өйрәнеүгә башҡорт мәғрифәтсе ғалимдары ла күп өлөш индерә. Мәҫәлән, Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы башҡорт теленең сағыштырма һүҙлеген төҙөй. М. Ҡыуатов һәм С. Батыршин башҡорт фольклоры өлгөләрен баҫтырып сығара, этнографтар М. Байышев һәм Б. Юлыев халыҡ тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Солтанов Мансур Ислам улы башҡорт һәм татар көйҙәре йыйынтығын баҫып сығара, табип һәм филолог Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы, рус графикаһына нигеҙләнеп, башҡорттар өсөн әлифбаны һәм башҡорт теленең Европа тибындағы грамматикаһын төҙөй.
ХХ быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостанда тәбиғәт һәм гуманитар фәндәр өлкәләренең тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәттәре тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән ғилми потенциалы була.
1919- 1937 йылдарҙа Өфөлә физика институты эшләй. Был өлкә кимәлендәге фәнни- тикшеренеү һәм уҡытыу-методик ярҙам учреждениеһының директоры булып К.П.Краузе эшләй (һуңыраҡ ауыл хужалығы һәм медицина институты кафедра мөдире). Өфө физика институты буласаҡ юғары уҡыу йорттарында тәбиғи фәндәр кафедралары өсөн кадрҙар һәм матди база булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Өфө физика институтында буласаҡ ил, ҡайһы берҙәре хатта донъя кимәлендә билдәле Л. Л. Васильев (физиолог), Н. Г. Пономарёв (астроном), Е. Н. Грибанов (радиофизик), Е. М. Губарев (биохимик), А. Н. Глазырин (физика методикаһы) һ.б. кеүек ғалимдар эшләй. 1937 йылда ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр ҡулға алына, ә ӨФИ ябыла, уның милке башлыса БДПИ-ға тапшырыла. Бер нисә тиҫтә йыл буйы институт эшмәкәрлеге тураһында иҫкә лә алынмай.
1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының фән бүлеге «Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса ғилми йәмғиәт» тураһында положениены раҫлай. Йәмғиәттә өс секция — лингвистика, этнография һәм тарих секциялары — була. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса өс йыйынтыҡ баҫып сығарыла: «Башҡорт аймағы», «Башҡорт крайын өйрәнеү йыйынтығы» һәм «Башҡортостан хужалығы». Йыйынтыҡтарҙа башҡорттарҙың тарихы, көнкүреше һәм теле мәсьәләләре яҡтыртыла. 1920-се йылдарҙа археолог М. И. Касьянов, этнограф Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы, телсе ғалим Әхмәров Ҡасим Закир улы һәм лингвист Шакиров Закир Шакир улы үҙҙәренең тикшеренеүҙәре менән билдәлелек ала.
Республикала фәнни эшмәкәрлек менән, "Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте"нән тыш, Үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү революция музейы, партия тарихы архивы, үҙәк архив шөғөлләнә. Улар тарихи материалдар йыя, тиҫтәләрсә иҫтәлектәр әҙерләй. Бөтә фәнни эшкә БАССР Мәғариф халыҡ комиссариатының Академүҙәк тип үҙгәртелгән бүлеге етәкселек итә. Академүҙәк рәйесе итеп Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләй тәғәйенләнә.
Үҙәктең төп эше яңы башҡорт алфавиты төҙөү, I һәм II баҫҡыс мәктәптәрендә уҡытылған төрлө дисциплиналар буйынса дәреслектәр баҫып сығарыу менән бәйле була.
1930 йылдарҙа Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау ғилми-тикшеренеү институтының фәнни үҙәктәре, Тупраҡ-ботаника институты, Башҡорт милли мәҙәниәте ғилми-тикшеренеү институты, Марксистик-ленинсы педагогика институты һәм Сәнәғәт ғилми-тикшеренеү институты ойошторола.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға СССР Фәндәр академияһы, Украин ССР-ы Фәндәр академияһы учреждениелары, Мәскәү юғары уҡыу йорттары эвакуациялана. Улар республикала фундаменталь фән үҙәген булдырыуға, академик фән селтәрен киңәйтеүгә, юғары уҡыу йорттары асыуға нигеҙ һала. 1943 йылда БАССР Халыҡ комиссарҙары советы ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары Г. М. Маленковҡа яҙған хатында Өфө ҡалаһында СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалын ойошторорға тәҡдим итә.
1951 йылда Тау-геология һәм Биология институттарын, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын, химия һәм иҡтисад фәндәре бүлектәрен берләштергән СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалы барлыҡҡа килә. Химия институты, биохимия һәм цитохимия, физика һәм математика бүлектәре, Ботаника баҡсаһы ойошторола. Филиал фәнни кадрҙар менән насар тәьмин ителгән була (етәксе кадрҙар менән — 61 процентҡа, етәксе һәм төп ғилми хеҙмәткәрҙәр менән — 46 процентҡа). БАССР Министрҙар Советы СССР Фәндәр академияһы Президиумынан Өфө ҡалаһына төрлө фән тармаҡтары буйынса юғары квалификациялы ғалимдар ебәреүен үтенә[1].
60-70-се йылдарҙа республикала математика (функциялар теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләр, хисаплауҙар математикаһы үҫеш кисерә. Физика һәм математика үҫеш кимәлен күтәреү маҡсатында, Мәскәүҙән Өфөгә СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, күренекле математик Леонтьев Алексей Фёдорович 1971 йылда үҙенең уҡыусылары төркөмө — В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов менән килә. Башҡортостандағы 16 йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә (1971—1997 йылдар) А. Ф. Леонтьев математика фәне өлкәһендә лә, фәнде уҡытыуҙы ойоштороу яғынан да ҙур эш башҡара — Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында аспирантура, фәнни семинар аса, фән кандидаттары һәм фән докторҙары әҙерләй, функциялар теорияһы буйынса симпозиумдар үткәрә, диссертациялар яҡлау советы ойоштора.
Физиканың перспектив бүлектәре (молекуляр физика, теоретик физика, ферро- һәм антиферромагнетиктар теорияһы), нефть химияһы, полимерҙар химияһы, молекуляр биология һәм генетика, төбәк иҡтисады, башҡорттар этнографияһын һәм башҡорт телен өйрәнеү үҫә.
Арлан һәм Туймазы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү Башҡортостан Республикаһын нефть сығарыу буйынса алдынғы урынға сығара. Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм Өфөлә эре химия һәм нефть химияһы предприятиелары төҙөлә. Башҡорт АССР-ы, СССР, Рәсәй күләмендә, ҡеүәтле производствоһы, сеймал потенциалы, тармаҡлы элемтә системаһы, коммуникацияһы һәм энергетикаһы булған төп индустриаль-аграр төбәк булып һанала. Башҡортостанда Европаның иң эре нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия, хәрби-сәнәғәт комплексы, төҫлө һәм ҡара металлургия предприятиелары туплана. 1980-се йылдар аҙағында БАССР-ҙа матди производство өлкәһенең 184 тармағының 125-е эш итә. Тулайым йәмәғәт продукты күрһәткесе буйынса Башҡортостан бөтә автономиялы республикаларҙан алда тора һәм союздаш республикалар араһында алтынсы-етенсе урындарҙы биләй. Республикала профилле һаналған химия һәм нефть химияһы фәндәренең йылдам үҫеүе яғыулыҡ-энергетика комплексының үҫешенә ихтыяж барлыҡҡа килеү менән бәйле. 1960-1970-се йылдар башында институттарҙы һәм филиал бүлектәрен комплектлау 20-25 процентҡа төп ғалимдарҙы (фән докторҙарын һәм кандидаттарын) СССР Фәндәр академияһынан саҡырыу иҫәбенә башҡарыла. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эшмәкәрлеген тергеҙеү күп специальностар буйынса аспирантуралар асыу һәм диссертация советтары ойоштороу мөмкинлеген бирә. 1970-се йылдарҙың икенсе яртыһынан фәнни кадрҙарға, бигерәк тә химия, биология, геология һәм филология фәндәре буйынса кадрҙарға төп ихтыяж, башлыса, урындағы белгестәр әҙерләү менән тормошҡа ашырыла башлай.
Башҡортостан фәнни учреждениеларының төп эшмәкәрлеге органик сығышлы продукттар, нефть химияһы һәм катализ менән бәйле химик тикшеренеүҙәрҙе йәйелдереүгә, ракета яғыулығы табыуға йүнәлтелә. Шуның менән бергә геология һәм биологияның юғары үҫеш кимәле тәьмин ителә, математика, физика һәм машиналар эшләү өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр булдырыла. Академик химия фәненә академик Г. А. Толстиков ҙур өлөш индерә, химия институты (1977—1993 йылдар) ул етәкселек иткән дәүерҙә Рәсәй Фәндәр академияһы системаһында химик профилле алдынғы фәнни учреждение була.
Республиканың тарихсы ғалимдары шулай уҡ Башҡортостандың академик фәне менән шөғөлләнә. 1950-се йылдарҙа республика тарихы буйынса байтаҡ хеҙмәт баҫыла, уларҙа сәнәғәттең, ауыл хужалығының һәм медицинаның төрлө өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эштәрен башлау, фәнни кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә ҙур урын бирелә; 1960—1970-се йылдарҙа Башҡортостан тарихы буйынса тикшеренеү хеҙмәттәре, фән тарихы, шул иҫәптән академик фән буйынса материалдар баҫыла. Мәҫәлән, Башҡортостан баш ҡалаһының илдең эре фәнни үҙәгенә әйләнеү этаптарын яҡтыртҡан «Өфө тарихы» хеҙмәте; СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына һәм уның төҙөлөү тарихына ҙур ғына урын биргән «50 йыл эсендә Совет Башҡортостанында фән» тигән хеҙмәт. 1980-се йылдарҙа — төбәк академия учреждениеһының аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш процесы, уның Башҡортостандағы фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен формалаштырыуҙағы роле СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы етәкселәреләренең мәҡәләләрендә һәм сығыштарында ҡарала һәм дөйөмләштерелә. 1990—2000-се йылдарҙа — Фәндәр академияһының Республикалағы әһәмиәте өйрәнелә. Башҡортостандың интеллектуаль потенциалын Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Р. И. Ниғмәтуллин өйрәнә.
Хәҙерге заман фәне[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғилми тикшеренеүҙәр республика юғары уҡыу йорттарында, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттарында алып барыла. Уларҙа 250-нән ашыу фән докторы һәм 2,5 мең фән кандидаты эшләй.
Башҡортостан ғалимдары төбәктең геологияһын, нефть, газ һәм мәғдән ятҡылыҡтарын, үҫемлектәр биологияһын, культураларҙы районлаштырыу һәм уларҙың уңышын күтәреү фәнен өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индергән.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында (НИИСХ) селекция һәм орлоҡсолоҡ, иртә һәм уртаса мөҙҙәттә өлгөрөүсән, адаптив, юғары продуктлы культуралар булдырыу һәм үрсетеү буйынса эштәр атҡарыла.
Республикала төбәк һәм башҡорттар тарихы, башҡорт филологияһы, археологияһы, этнографияһы һәм фольклористикаһы буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәр уҙғарылған. Башҡорт ғалимдарынан фәнгә геология-минералогия фәндәре докторы Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы, профессор-лингвист Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы (урал-алтай телдәренең хәҙерге башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы) һәм Әхмәров Ҡасим Закир улы, СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Кузеев Рәил Ғүмәр улы, тарих фәндәре докторы Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы, биология фәндәре докторы Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы, ауыл хужалығы фәндәре докторҙары Ғирфанов Вәкил Кәли улы һәм Тайсинов Солтан Нурғәле улы, врач-офтальмолог Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы[2] (трахоманың эпидемиологияһын, клиникаһын, патоморфологияһын өйрәнеү), профессор-филологтар Харисов Әхнәф Ибраһим улы, Кирәй Мәргән , Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы, тарихсылар Ҡасимов Салауат Фитрат улы һ.б. ҙур өлөш индерҙе.
Хәҙер Башҡортостанда 80-гә яҡын ғилми-тикшеренеү институты, конструкторлыҡ бюроһы эшләй. Уларҙа 33 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 7 мең ғилми хеҙмәткәр, эшләй. Улар араһында ике мөхбир ағза, 170 фән докторы һәм 2500 фән кандидаты бар.
1951 йылда СССР Фәндәр академияһының (Рәсәй Фәндәр академияһының) Өфө фәнни үҙәге асыла. Филиалдар асыу республикала академик фәнде нығыта. Хрущёв заманында СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ябыла. Фәндәр академияһы яғынан координациялау үҙәге һәм етәкселек булмауы артабан институттарҙа алып барылған тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһендә кире сағыла, уларҙың пландарында тармаҡ тематикаһы өҫтөнлөк ала. 1970-се йылдар башына Башҡортостан СССР-ҙың иң эре химия һәм нефть химияһы үҙәгенә әүерелә. Республика иҡтисады тик етди фәнни базаға ғына таянып уңышлы үҫешә ала, шуның өсөн Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы тергеҙелә.
1991 йылда Башҡортостанда Башҡорт ССР-ы Фәндәр академияһы булдырыла. БССР Фәндәр академияһына ижтимағи, тәбиғәт һәм техник фәндәрҙең алдынғы йүнәлештәре буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе координациялау, фәнни, фәнни-техник һәм мәҙәни ҡаҙаныштарҙы һөҙөмтәле эшләтеү бурысы йөкмәтелә.
Академия составына Башҡорт ССР-ы Фәндәр академияһының 20 ғәмәли ағзаһы, 40 мөхбир ағзаһы инә. Академия составында: гуманитар фәндәр, физика-математика һәм техник фәндәр, химия-технология фәндәре, биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре, ер тураһындағы фәндәр һәм экология бүлектәре була.
Башҡортостан Фәндәр академияһының тәүге президенты итеп Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, металдарҙың юғары һығылмалылығы проблемалары институты директоры О. Ә. Кайбышев, вице-президент итеп академик Р. Н. Ғимаев, академик Ә. Ғ. Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы В. В. Напалков; фән йүнәлештәре буйынса: физика-математика һәм техник фәндәр бүлегенә — Ә. В. Баҡыев, биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлегенә — Р. Ш. Мағазов, Ү. Ғ. Ғосманов, химия-технология бүлегенә — Р. Н. Ғимаев, Ер тураһындағы фәндәр һәм экология бүлегенә — М. А. Камалетдинов, гуманитар фәндәре бүлегенәЗ. Ғ. Ураҡсин һайлана.
Башҡортостандағы фәнни уңыштар ғалимдар Г. А. Толстиков (металл-комплекслы катализ һәм органик синтез өлкәһендәге хеҙмәттәре), М. С. Юнысов (биоорганик химия, Аллапинин аритмияға ҡаршы сараһы), В. Н. Одиноков[3], Ю. Б. Монаков,Ф. Ф. Леонтьев (комплекслы алмаш функциялар теорияһы), В. В. Напалков[4], Р. И. Ниғмәтуллин һ.б. исемдәре менән бәйле.
БДУ профессоры Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы башҡорттарҙың этногенезы һәм этник тарихы проблемаларын, традицион хужалығын һәм ижтимағи структураларын өйрәнеү менән шөғөлләнде.
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә Башҡортостан тарихы буйынса хеҙмәттәр, башҡорт теленең аңлатмалы һәм орфографик һүҙлектәре, ҡыҫҡаса һәм 7 томлы тулы Башҡорт энциклопедияһы донъя күрҙе. Энциклопедияларҙа республиканың фәнни тормошо тураһында киң мәғлүмәт бирелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт дәүләт университеты (БашДУ)
- Өфө дәүләт авиация техник университеты (ӨДАТУ)
- Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (УГУЭС)
- Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ)
- Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ)
- Башҡорт дәүләт аграр университеты (БДАУ)
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (БДПУ) — илдең иң эре ылымыҡтар һәм цианобактериялар коллекцияһына эйә
- Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы (БДХИА)
- Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты (РФ ЭЭМ ӨЮИ)
- Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Георги И. Г. Описание всех обитающих в Российском государстве народов: Их жит. обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, упражнений, забав, вероисповеданий и др. достопамятностей. Ч.1-2. СПб., 1799;
- Мирас С. Исторические, археологические исследования в Башкортостане за 10 лет // Башкорт аймагы. 1929, № 7 (на башк. яз);
- Островский Э. В. История и философия науки. М: Юнити 2007
- Хисамидинова Ф. Г., Шарипова З. Я., Нагаева Л. И. История и культура Башкортостана. Научное издательство «Башкирская энциклопедия», Уфа — 1997.
- Ахмадиев Т. Х., Кузыев Р. У., Сираев З. И., Юлдашбаев Б. Х., Якимов В. А. История Башкирской АССР. Башкирское книжное издательство, Уфа — 1976.
- Наука в Советской Башкирии за 50 лет. — Уфа, 1969.
- Каримов К. К. Наука Башкортостана: от исследователей одиночек до академических центров // Народное образование. — 2000. — № 6. — С. 51-53; Он же. Наука Башкирии в строительстве социализма. — Уфа, 1986.
- Юсупов Р. Г. «Развитие академической науки в Башкирии (вторая половина ХХ — начало ХХI веков)». Автореферат докторской диссертации по истории. МГУ, 2009.
- Башкирская энциклопедия в 7 томах. 2006—2011 г. Уфа.
- Закон РБ «О сохранении статуса государственных, научных, образовательных учреждений и мораторий на их приватизацию» (от 31 июля 1995 г.)
- Указ Президиума Верховного Совета РБ «О создании внебюджетного фонда науки и технологического развития Республики Башкортостан» (1993 г.)
- Указ Президента РБ «Об утверждении программы реализации Концепции развития науки и инновационной деятельности в Республике Башкортостан на 2001—2005 гг.»
- Академическая наука в Башкортостане: становление и развитие (1951—2001 гг.) // Истоки. Уфа, 2006. № 51 (507). С. 6.
- Каримов, Кави Каримович. Развитие науки в Башкортостане, вторая половина ХIХ — первая половина ХХ вв. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2000. — 551 с.
Ғилми матбуғат баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Журнал «Вестник Академии наук Республики Башкортостан»
Журнал «Ватандаш» (Соотечественник)
Журнал «Ядкар» (Духовное наследие)
Научно-технический журнал «Нефтегазовое дело»
Научное интернет издание «Нефтегазовое дело»[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Развитие академической науки в Башкирии (вторая половина ХХ — начало ХХI веков)» — автореферат докторской диссертации по истории 2012 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ КУДОЯРОВ Габдулла(недоступная ссылка)
- ↑ ЛАБОРАТОРИЯ ОРГАНИЧЕСКОГО СИНТЕЗА(недоступная ссылка)
- ↑ НАПАЛКОВ Валентин(недоступная ссылка)
- ↑ Журнал «Нефтегазовое дело» 2017 йылдың 25 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кәримов Ҡ. К. Фән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- СОСТОЯНИЕ И ПРОБЛЕМЫ АКАДЕМИЧЕСКОЙ НАУКИ В БАШКИРИИ В КОНЦЕ XX В. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- YouTube сайтында Башкирское просветительство и его особенности