Ғосманов Үзбәк Ғосман улы

Үзбәк Ғосман улы Ғосманов (рус. Узбе́к Гусманович Гусманов; 1935 йылдың 13 авгусы, Таймырҙа, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы2016 йылдың 25 сентябре, Дүртөйлө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет, Рәсәй иҡтисадсы-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991). Дуҫлыҡ (2006) һәм Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры.

Биографияһы

1935 йылдың 13 авгусында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Таймырҙа ауылында тыуған[2].

Мәктәпте тамамлағас, Свердловск ҡалаһына китә һәм машиналар эшләү заводына йөксө экспедитор булып эшкә урынлаша, бер үк ваҡытта юғары уҡыу йортоноң әҙерлек бүлегенә уҡырға инә.

Шәхси секторҙа фатирҙа йәшәй, сөнки институттың барак тибындағы ятағындағы 12-шәр кешелек бүлмәләрҙәге шарттар уны ҡәнәғәтләндермәй. Спорт менән шөғөлләнә, «Урожай» һәм «Буревестник» йыйылма командалары ағзаһы була. Үҙ алдына баянда һәм пианинола уйнарға өйрәнә.

«Беҙҙең ғаиләнең девизы — үҙ хеҙмәтең менән йәшә! Хеҙмәт — байлығыбыҙҙың нигеҙе, ә байлығыбыҙ — беҙҙең белемебеҙ  квалификациябыҙ, компетентлығыбыҙ, кәрәкле булыуыбыҙ».

Ү. Ғосманов

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1959—1962 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Ленин исемендәге колхозында зоотехник һәм бер үк ваҡытта колхоз рәйесенең урынбаҫары булып эшләй[3].

1962 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының аспирантураһына инә (ғилми етәксеһе профессор М. Тоҡомбәтов). Аспирантурала уҡығанда иҡтисадсылар командаһы составында СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының шахмат буйынса чемпионы була.

1966 йылда СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Аспирантураны тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә хужалыҡ итеү механизмы секторының ғилми хеҙмәткәре, мөдире була. 1989—1997 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы мөдире, профессоры (1998) һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең академик-секретары (1992—2006).

1998 йылдан — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан фәнни үҙәге рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең академик-секретары (2006 йылдан)[4].

Ү. Ғосманов — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың һәм аграр иҡтисад фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Ғалим һәм юғары мәктәп ветераны 2016 йылдың 25 сентябрендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Үзбәк Ғосман улының фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе — аграр иҡтисад, производствола хеҙмәтте ойоштороу. Ул Башҡорт АССР-ы колхоздарында һәм совхоздарында хеҙмәтте ойоштороу һәм хеҙмәткә түләү положениеларын, баҙар шарттарында ауыл хужалығы продукцияһын етештереү производстволарын урынлаштырыуҙы һәм махсуслаштырыуҙы камиллаштырыу механизмдарын эшләй. Колхозсыларҙың хеҙмәтенә түләү буйынса типовой положение СССР-ҙың бөтә райондарына таратыла[2].

Ғилми хеҙмәттәре

Ғосманов Үзбәк Ғосман улы 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 70-тән күберәк китап, монография һәм брошюра, шул иҫәптән 40-ҡа яҡын методик баҫма һәм практик рекомендация[5], бер уйлап табыу авторы[2].

  • Гусманов У. Г. Проблемы экономического стимулирования совхозного производства. — Уфа: Башкнигоиздат, 1976. — 158 с.
  • Гусманов У. Г. Стимулирование конечных результатов труда в сельском хозяйстве. — Москва: Профиздат, 1984. — 160 с.
  • Гусманов У. Г. Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. — Уфа: Гилем, 1997. — 415 с.
  • Гусманов У. Г. Производительность труда в сельском хозяйстве и её факторный анализ / АН Республики Башкортостан. — Уфа, 2000. — 165 с.
  • Гусманов У. Г. Реформа социальной сферы села (сущность и основные направления). — Москва: Колос, 2000. — 88 с.
  • Гусманов У. Г. Арендные отношения в развитии сельского хозяйства. — Уфа: Гилем, 2001. — 165 с.
  • Гусманов У. Г. Формирование доходов и мотивация труда работников сельского хозяйства. — Уфа: Гилем, 2002. — 160 с.
  • Научно-методические основы оптимизации производства в зерновом хозяйстве и растениеводстве / Башкирский научный центр Россельхозакадемии и АН РБ и др.. — Москва, 2004. — 383 с.
  • Гусманов У. Г. Агропромышленный комплекс региона: состояние, проблемы, решения / Башкирский научный центр Россельхозакадемии и АН РБ. — Москва, 2006–2009. — Т. 1–2. — 536 + 444 с.
  • Гусманов У. Г. Экономико-экологическая эффективность производства продукции в молочном коневодстве / Башкирский НИИ сельского хозяйства. — Уфа: Гилем, 2008. — 134 с.
  • Воспроизводство и использование лесов / АН Республики Башкортостан. — Уфа: Гилем, 2011. — 423 с.
  • Сельскохозяйственные кадры Республики Башкортостан. — Москва, 2011. — 79 с.
  • Гусманов У. Г. Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан / Башкирский НИИ сельского хозяйства и др.. — Уфа: Гилем, 2012. — 526 с.
  • Экономическая эффективность производства гороха / Всероссийский НИИ зернобобовых и крупяных культур и др.. — Уфа: Гилем, 2013. — 354 с.
  • Гусманов У. Г. Стратегическое планирование социально-экономического развития сельских территорий (на материалах Нечерноземной зоны Республики Башкортостан). — Москва: Дашков и К, 2015. — 169 с.
  • Гусманов У. Г., И. М. Ханова, Г. Р. Нигматуллина. Эффективное управление затратами в целях повышения продовольственной безопасности. — Агропродовольственная политика России. — 2016. — С. 13–15.

Уҡыусылары

Ғосмановтың уҡыусылары араһында 5 фән докторы һәм 38 фән кандидаты бар.

Шәхси тормошо

Ғаиләһе: ҡатыны менән 1970 йылда өйләнешәләр. Ике ул тәрбиәләгәндәр, улар — ғалим-иҡтисадсылар, иҡтисад фәндәре докторҙары:

  • Рәсүл Үзбәк улы (1972 йылда тыуған), профессор, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5-се саҡырылыш депутаты;
  • Искәндәр Үзбәк улы[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Татарстан Фәндәр академияһының почётлы академигы (2008);
  • Урал ауыл хужалығы академияһының почётлы профессоры;
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994);
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының М. И. Тоҡомбәтов исемендәге премияһы лауреаты (2006);
  • Дуҫлыҡ ордены (2006);
  • Салауат Юлаев ордены (2015)[7].

Әҙәбиәт

  • Узбек Гусманович Гусманов. Материалы к библиографии деятелей сельскохозяйственной науки / ЦНСХБ Россельхозакадемии / Сост. Е. Л. Проскурина; Авт. вступ. ст. Б. И. Пошкус; Ред. И. В. Боровских. М., 2002.

Иҫкәрмәләр

  1. Ғосманов Үзбәк Ғосман улы
  2. 1 2 3 4 С. М. Шакирова. Ғосманов Үзбәк Ғосман улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (16 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
  3. Академия Наук Республики Башкортостан —Гусманов Узбек Гусманович. anrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
  4. Академику академии наук РБ Узбеку Гусмановичу Гусманову - 75 лет // Проблемы востоковедения : журнал. — 2010. — № 3 (49). — С. 106—107. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)
  5. Гусманов Узбек Гусманович. Биографическая энциклопедия РАСХН, ВАСХНИЛ, РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.
  6. 80-летний юбилей видный учёный Узбек Гусманов отмечает в кругу детей и внуков (13 август 2015). 19 март 2026 тикшерелгән.
  7. Кавалеры ордена Салавата Юлаева из Дюртюлинского района. Дюртюлинская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.

Һылтанмалар