Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Мирсәлих Мирсәлим улы
Биксурин
Тыуған көнө 16 февраль 1819({{padleft:1819|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур, Ырымбур губернаһы
Вафат көнө 7 март 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (84 йәш)
Вафат урыны Ырымбур, Ырымбур губернаһы
Ил Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Ғилми даирәһе лингвистика
Альма-матер
Награда һәм премиялары
III дәрәжә Изге Владимир ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены

Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы (16 февраль 1819 йыл7 март 1903 йыл) — тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй империяһының 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мирсәлих Мирсәлим улы Биксурин 1819 йылдың 16 февралендә[1] тыуған. Уның тыуған урыны тураһында дөйөм фекер юҡ. Әнүәр Әсфәндиәров уны 1820 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлетамаҡ ауылында ерһеҙ башҡорт ғаиләһендә тыүған тип иҫәпләһә[2], Рәшит Шәкүр 1819 йылда Ырымбур ҡалаһында бөлгөнлөккә төшкән дворян ғаиләһендә тыуған тип иҫәпләй[3].

1830 йылда Ырымбурҙағы Неплюев хәрби училищеһына уҡырға инеп, 1838 йылда, коллежский регистратор дәрәжәһенә лайыҡ булып, ҙур уңыш менән тамамлай. Башта Ырымбур сик буйы комиссияһында тәржемәсе вазифаһын башҡара. Тиҙҙән Неплюев кадет корпусына ғәрәп, фарсы һәм башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәре уҡытыусыһы булып урынлаша, ғүмеренең төп өлөшөн ошо эшкә арнай. 1850—1869 йылдарҙа бер үк ваҡытта ҡаҙаҡ балалары мәктәбендә рус, ҡаҙаҡ, татар телдәрен уҡыта.

1860 йылдар уртаһында, тәржемәсе булараҡ, рус армияһының Урта Азияға хәрби походтарында ҡатнаша, Төркөстан делегацияһы составында, баш тәржемәсе сифатында, Санкт-Петербургка бара. Юғары хәрби звание — генерал дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Фән, ғилем өлкәһендәге хеҙмәттәре, педагогик эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй география йәмғиәтенең ағза-хеҙмәткәре һәм ошо йәмғиәттең Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Уның шәкерттәре араһында башҡорттоң һәм ҡаҙаҡтың атаҡлы мәғрифәтселәре М. Өмөтбаев һәм И. Алтынһарин һымаҡ оло шәхестәр бар. 1879 йылда отстав-каға сығып, Ырымбур губерна канцелярияһында штаттан тыш махсус йомоштар чиновнигы бурысын үтәй башлай.

Атаҡлы башҡорт мәғрифәтсе ғалимы һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1887 йылдың 12 ғинуарында Өфөнән Ҡырымға барышлай, Ырымбурға кереп, остазы генерал Биксурин менән күрешеп, аҙаҡ, уға арнап, «Остаз Мирсалих Биксуринға» тигән шиғырын яҙа.

Ырымбур йортона керһәм, ул шәһрә

Ни булған инде, алһам чәнд бәһрә.

Шул ғилем баксаһында һин сәрри әфраз,

Ярҙамыңды курһәт беҙгә, серең ас, —

тип, М. Өмөтбаев М. Биксуриндың ғилемлелеген, уҡымышлылығын юғары күтәреп маҡтай, уға дан йырлай[4]. Мирсалих Биксуриндың ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә айырыуса ҡиммәтле бер хеҙмәт бар. Уның төп нөсхәһендә тулы исеме ошондай:

«Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана с русско-персидско-татарскими словами, расположенными по предметам, разговорами и прописями».

Китап ике мәртәбә нәшер ителә: 1-се баҫмаһы Ырымбурҙа, 1859 йылда; 2-се баҫмаһы Ҡазанда, 1869 йылда баҫылып сыға. (Тикшеренеүселәр уны, ғәҙәттә, ҡыҫҡаса «Начальное руководство…» йәки «Башланғыс ҡулланма…» тип йөрөтәләр.) «Башланғыс ҡулланма…» — күп йәһәттән бик үҙенсәлекле хеҙмәт. Автор башҡорт, ҡаҙаҡ, татар телдәренең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөн йыш ҡына ғәрәп, фарсы һәм рус телдәре менән сағыштырыу планында тикшерә.

Хеҙмәт был йәһәттән башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе иҫәпләнә. Күргәҙмә материалдар сифатында М. Биксурин һәр телдең үҙенә генә хас фольклор һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләренә мөрәжәғәт итә, китапта бер юлы ике һүҙлексә урынлаштыра. Һүҙлексәлә, башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә, башҡортса 53 һүҙ килтерелә, улар ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла. Ҡулланмала һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә русса, фарсыса һәм төркисә текстар тәҡдим ителә. Китапта саф башҡорт телендә «Батыр батшаның әкиәте» тигән халыҡ хикәйәтенең баҫылыуы ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Иҫке ғәрәп имләһе менән яҙылған был хикәйәткә, профессор Ж. Ғ. Кейекбаев билдәләгәнсә, тел ғилеме күҙлегенән ҡарағанда «ниндәйҙер дәрәжәлә бөтөн башҡорт һөйләштәренең элементтары индерелгән»[5].

Мирсәлих Биксурин «Ҡазан университетының ғилми яҙмалары»нда «Өс туған» тигән башҡорт әкиәтен баҫтырып сығара[6]. «Ике әҫәрҙең дә теле беҙҙең быуаттың 20-се йылдарында ғәрәпсә шрифт менән башҡортса яҙылған текстарҙан стиль яғынан да, лексик һәм грамматик йәһәттән дә әллә ни айырылмай. Был күренеш ниндәйҙер дәрәжәлә М. Биксуринды башҡорттоң яңы (милли) яҙмаһын башлап ебәреүселәрҙең береһе тип ҡарарға хоҡуҡ бирә»[7].

Мирсәлих Биксуриндың «Башланғыс ҡулланма»һын академик А. Н. Кононов тәү башлап «башҡорт грамматикаһын билдәле дәрәжәлә системалы тасуирлаусы» хеҙмәт булараҡ баһаланы[8].

1870 йылда М. Биксурин мөхәррирлегендә башҡорт һәм татар йырҙары йыйынтығы донъя күрә[9]. Бында башҡорт йырҙары ғәрәп графикаһы менән төп нөсхәһендә һәм руссаға тәржемәлә баҫып сығарыла.

Был хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ эшмәкәрлеге М. Биксуринды талантлы ғалим-педагог, лингвист, фольклорсы булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Үҙ халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу эше менән ул йәш сағынан, 1840 йылдарҙа уҡ, ҡыҙыҡһына һәм башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып башлап ебәрә. Башҡорт иленең төрлө төбәктәренән ул йырҙар, әкиәттәр, хикәйәттәр, легендалар яҙып ала. Уның тарафынан яҙып алынған фольклор материалдарының бер өлөшө ҡулъяҙма хәлендә хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге китапханаһында һаҡлана. М. Биксуриндың фольклорсылыҡ эшмәкәрлеге махсус өйрәнеүҙе, ул йыйған материалдар һәм, ғөмүмән, уның күп яҡлы ғилми мираҫы айырым том итеп туплап, баҫып сығарыуҙы көтә.

Мирсәлих Биксуриндың ижадында Төркөстан төйәгенә арналған тарихи-этнографик һәм публицистик хеҙмәттәре үҙенсәлекле урында тора. Рәсәй армияһы составында Урта Азияға походтарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә яҙылған бындай мәҡәләләрҙен, бер өлөшөн ул, айырым йыйынтыҡ итеп туплап, баҫтырып сығара[10]. М. Биксурин яҙмалары Урта Азияның географияһы, тәбиғәт үҙенсәлектәре, унда йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, хужалыҡ системаһы, ижтимағи мөнәсәбәттәре, матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса күркәм бер әҙәби-тарихи ҡомартҡы һанала. Был китапҡа ингән мәҡәләләр, академик Ғайса Хөсәйеновтың баһалауы буйынса, «мәғлүмәттәр байлығы, зирәк күҙәтеүсәнлеге, практик тәҡдимдәре, энциклопедик киң ҡараштары менән хәҙер ҙә хайран итә»[11].

Атаҡлы мәғрифәтсе, педагог һәм ғалим Мирсалих Биксуриндың ишле ғаиләһендә дүрт ул, дүрт ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫеүе тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Улдары Мирйософ, Мирәбүбәк, Мирмәхмүт, Миряҡуп, ҡыҙҙары Зөләйха, Хәҙисә, Фатима, Зөһрә исемле булып, өс улы Неплюев кадетлыҡ корпусын тамамлай һәм офицерҙар булып китә, бер улы — Мирйософ — ғилем юлын һайлап, Ырымбур Ғилми архив комиссияһының хәҡиҡи ағзаһы тигән дәрәжәле исем алыуға өлгәшә.

Мирсәлих Мирсәлим улы Биксурин, 84 йәшкә етеп, 1903 йылда тыуған ҡалаһы Ырымбурҙа донъя ҡуя.

Уның исеме башҡорт фәне һәм мәҙәниәте тарихында ғәйәт ҙур һәм маҡтаулы урында тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2019)
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009, C.134
  3. Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.1. — Уфа: Башк. энцикл., 2009, С. 470.
  4. Өмөтбаев М. И. Йәдкәр / Төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғ. С. Ҡунафин. Яуаплы мөхәррире Ғ. Б. Хөсәйенов. Өфө, 1984. 88—91 се биттәр
  5. Ж. Ғ. Кейекбаев. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы: Уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 1996. 31-се бит
  6. Ученые записки Казанского университета. Вып. З-й. 1861
  7. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990. 46-сы бит
  8. Кононов А. Н. История изучения тюркских языков в России: Дооктябрьский период. Л.: Наука, 1982. 256-сы бит
  9. Записки Оренбургского отдела Русского географического об-щества. Вып. 1-й. 1870
  10. Бекчурин М. М. Туркестанский край. Казань, 1872
  11. Ғайсин X. Биксурин генерал — башҡорт мәғрифәтсеһе // Ватандаш. 1996. № 2

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]