Башҡортостанға суфыйсылыҡтың килеүе башҡорттарҙың иҡтисади уңышһыҙлыҡтары, социаль шартлауҙар менән бәйләп баһалана. Халыҡ ихтилалдарын баҫтырыу крәҫтиәндәрҙең былай ҙа ауыр хәлен тағы ла ауырайта төшә. Аллаға мөрәжәғәт итеп, суфыйҙар мәрхәмәт һәм бәрәкәт, дини тиңлек һорап ялбара. Башҡорт суфыйсылығы ортоксаль суфыйсылыҡтан айырылып тора. Унда мосолманлыҡ гражданлыҡ менән бергә үрелә, ә ярлыларға теләктәшлек күрһәтеү ғәҙел булмаған йәмғиәтте тәнҡитләүгә барып тоташа.
Элгәрҙәренән айырмалы суфыйсылыҡ вәкилдәре философик проблемаларҙың асылына үтеп инә. Шәмсетдин Зәки фекеренсә, философия — хәҡиҡәт эҙләүселәр мәктәбе, ә Ибраһим пәйғәмбәр — Аристотель менән Платон шәкерте. Ҡарғалы, үҙенең күп замандаштары кеүек үк, шәхестең рухи сафланыуын өҫтөн ҡуя. Ул ҡомһоҙлоҡто һәм байлыҡ артынан ҡыуыуҙы тәнҡитләй: «байлыҡ, дан артынан ҡыуыу — йүгәнһеҙ нәфсе емеше ул». Дини аскетизмды хуплап, Ҡарғалы донъяуи ер тормошонан да баш тартмай. Мәҫәлән, һәр кешенең яҙмышы күҙгә күренмәҫ күп ептәр менән Ватанына, тыуған еренә бәйле: «Ватанға һөйөү — выждан ул, ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың тормошо тик шунда». Ғ. Сәлиховтың фекерҙәре үҙәгендә — гражданлыҡ бурысын үтәү, был бурысты ул кешеләргә ҡарата миһырбанлы ғәмәлдәр ҡылыуҙа күрә: «Изгелек ҡылып, маҡсатыңа өлгәшерһең».
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Башҡортостанда мәғрифәтселек хәрәкәте үҫеш ала, ул дини-реформаторлыҡ (Р.Фәхретдинов, З. Камали, З. Дәүләткилдеев, Ғәбдрәхим Әл Болғари) һәм демократик йүнәлештәрҙән тора. Дини реформаторҙар халыҡты изгелекле байҙарға ышандырырға тырыша. Башҡорт мәғрифәтсе демократтары (М. Өмөтбаев, М. Аҡмулла, М. Ғафури, Ш. Бабич,Д. Юлтый), киреһенсә, киҫкен социаль мәсьәләләрҙе асып, уларҙы тағы ла киҫкенләштереп күтәрә.
СССР тарҡалғандан һуң Башҡортостанда философияны өйрәнеү һәм тикшеренеүҙәр төрлө йүнәлештәр алды. 80—90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән фәнни мәктәптәр: фәнни ҡараштан донъя картинаһы проблемалары (Б. С. Ғәлимов)[2], фән философияһы (А. Ф. Кудряшев), классик немец философияһы тарихы (А. В. Лукьянов), сәләмәтлектең социаль-философик проблемаһы (Д. М. Азаматов, О. М. Иванова).
Философия өлкәһендәге фәнни мәктәптәр Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында[3], Башҡорт дәүләт медицина университетында бар.
Башҡортостанда философия фәне үҫеше бер нисә йүнәлештә бара. ХХ быуаттың 70-се йылдарында Башҡортостанда философия буйынса бер нисә фәнни мәктәп була. Төп мәктәптәр: философия тарихы (Ғ. С. Исмәғилев, Д. М. Азаматов), фәнни танып белеүҙең диалектикаһы һәм методологияһы (Т. Г. Солтанғужин, Б. С. Ғәлимов, А. Ф. Кудряшев, Д. А. Нуриев), социаль философия (Ф. Б. Садиҡов), социология (Н. А. Айытов, Д. М. Гиләжетдинов, Ф. С. Фәйзуллин).