Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы

Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров (рус. Асгат Галимьянович Гумеров; 1937 йылдың 15 авгусы, Иҫке Байыш, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 23 декабре, Өфө) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-механик, йәмәғәтcе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991) һәм вице-президенты (1991).

Техник фәндәре докторы (1984), профессор (1986), РФ (1997)[1] һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1970), почётлы нефтсе (2002).

«Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры (1978—2015), «Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының ғилми етәксеһе (2015 йылдан).

undefined

Биографияһы

Өфө нефть институтын тамамлаған (1958). Лаборант, инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, проекттың баш инженеры, НИИтранснефть секторы етәксеһе (1957-1970); лаборатория мөдире, бүлек мөдире, вниисптнефть директоры урынбаҫары (1970 йылдан), директор (1978 йылдан). 1991 йылдан БР Фәндәр академияһының вице-президенты. 2002-2015 йылдарҙа «Энергия ресурстарын транспортлау проблемалары Институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры.

2025 йылдың 23 декабрендә 89-сы йәшендә вафат була[2][3].

Карьера үҫеше

Лаборант, инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, проекттың баш инженеры, НИИтранснефть секторы етәксеһе (1957—1970); лаборатория мөдире, бүлек мөдире, ВНИИСПТнефть директор урынбаҫары (1970 й.), директоры (1978 й.).

2002—2015 йылдарҙа «Энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының вице-президенты.

Фәнни, инженерлыҡ һәм уҡытыу эшмәкәрлеге

Инженер һәм фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше: нефть һәм нефть продукттарын магистраль үткәргес торба аша транспортлау системаһының ышаныслылығын тәьмин итеү.

Үткәргес торба системаһында күп фазалы мөхит механикаһы, аралыҡ конструкцияларының үткәреү һәләтенә күсеш процестары һәм баҫымлы күренештәр йоғонтоһо, газ-шыйыҡ ҡатышмаһын һурҙырып ағыҙыуҙың хәүефһеҙ технологияларын эшләү, металл конструкцияларын тутығыуҙан һаҡлау дәрәжәһен күтәреү технологияһы һәм ысулдары өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр ойоштороу инициаторы һәм етәксеһе.

Удар тулҡындарҙың таралыуын, цилиндр тышсаның һәм металл структураһының көсөргәнешле-деформацияланған торошон тикшереүгә өлөш индерә, шулар нигеҙендә принципиаль яңы технологиялар булдырыла. Торба үткәргес транспорты объекттарында шартлау энергияһын ижади маҡсатта файҙаланыу идеяһын тәҡдим итә.

Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын тәьмин итеү проблемалары буйынса фәнни мәктәп булдыра. Уның уҡыусылары араһында 40-тан ашыу фән кандидаты һәм докторҙары бар. Уҡыусылары менән берлектә, шартлатҡыс матдәләр ҡулланып, принципиаль яңы технологик процестар һәм техник саралар булдырған.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе.

РФ фән етәкселәре Гильдияһы советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советының яуаплы сәркәтибе, нефть һәм газ сәнәғәтендә металдарҙы тутығыуҙан һаҡлау буйынса Халыҡ-ара ассоциация президенты (1990), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының «ЭНТАс» экологик фәнни-техник ассоциацияһы президенты, «ИПТЭР» дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы диссертация яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе.

«Рәсәй-Һиндостан» дуҫлыҡ Йәмғиәтенең вице-президенты, уның төбәктәрҙәге үҙәк етәкселәре советы президенты, «Башҡортостан-Һиндостан» дуҫлығы Йәмғиәтенең рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Министрҙар Советы премияһы (1983),
  • РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2004)[4],
  • Академик И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1981, 2002)
  • Дуҫлыҡ ордены (2004),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971),
  • миҙалдар,
  • Фән һәм техника буйынса дәүләт комитеты дипломы (1980),
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Хеҙмәттәре

800-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 145 РФ патенттары бирелгән[5].

  1. Старение труб нефтепроводов. М.: Наука, 1995 (авторҙаш).
  2. Трещиностойкость металла труб нефтепроводов. М.: Недра, 2002 (авторҙаш).
  3. Безопасность длительно эксплуатируемых магистральных нефтепроводов. М.: ООО «Недра-Бизнесцентр», 2003.

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента РФ от 25 августа 1997 N 926 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников акционерных обществ, предприятий, учреждений и организаций топливно-энергетического комплекса»
  2. В Уфе умер выдающийся ученый и организатор науки Асгат Гумеров (24 декабрь 2025). 26 декабрь 2025 тикшерелгән.
  3. Учитель с большой буквы: что говорят коллеги о смерти выдающегося учёного из Башкирии (26 декабрь 2025). 26 декабрь 2025 тикшерелгән.
  4. Постановление Правительства РФ от 02 марта 2005 N 109 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2004 года в области науки и техники»
  5. Академия Наук Республики Башкортостан — Гумеров Асгат Галимьянович

Әҙәбиәт

  • Проблемы гидродинамики, надежности и прочности в современном трубопроводном транспорте // Тезисы докладов научного семинара, посвященного 60-летию со дня рождения и 40-летию научной деятельности заслуженного деятеля науки РФ, академика АН РБ, д. т. н., профессора Гумерова А. Г. — Уфа: Транстэк, 1997.

Һылтанмалар