Ғүмәров
Ғүмәров — башҡорт һәм татар фамилияһы.
- Ғүмәров Айнур Мансур улы (6.11.1986) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Республика инженер лицей-интернаты дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Республикала олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына (АНОД) нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры. Химия фәндәре кандидаты. 2024 йылғы Президент һайлауҙарында Рәсәй Федерацияһы Президенты посына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе.
- Ғүмәров Вил Бәшир улы (2.04.1949—22.06.1994), шағир.
- Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы (7.11.1928—27.08.2007), ғалим-табип, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Медицина фәндәре кандидаты (1970). СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1970—1992 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992—2000 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996).
- Ғүмәров Ғариф Мортаза улы (10.12.1891—18.08.1974), башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971). Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ғүмәров Илдар Ибраһим улы (1958) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Ғүмәров Исхаҡ Идрис улы (1912—1993) — подполковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғүмәров Рауил Ғатаулла улы (1911—2003) — рәссам, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25.04.1953—8.04.2018), төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе» һәм «Нефтекама ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013) маҡтау билдәләре эйәһе.
- Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы (1926) — шағир.
- Ғүмәров Фәрит Хафиз улы (1929—2000) — ғалим-тарихсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы (1895—1937) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1921—1922).
- Ғүмәров Фәрит Риф улы (23.11.1962) — инженер, математик, техник фәндәр кандидаты. Полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев (2021), генерал Шайморатов (2022) ордендары кавалеры. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» (2023). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (16.12.1976) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагогия фәндәре кандидаты.
- Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (1935—1995) — табип, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1973).
Ғүмәрова Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы (1921—1996) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).