Ғүмәров Илдар Ибраһим улы
Рәсми сайт | bashdram.ru/troupe/gumer… |
---|---|
Эш урыны | |
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 23 сентябрь 1958 (66 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | театр актёры |
Тыуған урыны |
Ғүмәров Илдар Ибраһим улы (23 сентябрь 1958 йыл) — башҡорт театр актёры. 1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
Биографияһы
Илдар Ибраһим улы Ғүмәров 1958 йылдың 23 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуған.
1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Исрафилов Р. В.) тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында башлай.
1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.
Трагик, лирик, комик ролдәр уйнай. Автор-башҡарыусы, репертауарында халыҡ һәм эстрада йырҙары.
2019 йылда Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[2].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Зөлҡәрнәй («Тиле йәшлек» — Абдуллин И.);
- Кулыгин («Өс ҡыҙ туған» — Чехов А. П.);
- Миловзоров («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
- Нәҙир («Ҡара розалар» — Джамал С.);
- Незнамов («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
- Сит кеше (« Айгөл иле» — Кәрим М.);
- Рәфис («Хушығыҙ» — Миңнуллин Т.);
- Рәфис («Шаршамбы, шаршамбы!» — Миңнуллин Т.);
- Ҡарт Баян («Яралы яҙмыш» — Асанбаев Н.);
- Тәлғәт («Һөйгән йәр» — Байбулатов Р.);
- Хәлил («Ғәлиәбаныу» — Фәйзи М.);
- Шәрәф («Аҫылйәр» — Фәйзи М.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)
- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1992)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)
Публикациялар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ СПИСОК награжденных(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
Һылтанмалар
- Ғүмәров Илдар Ибраһим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
- БАЗА ДАННЫХ "АКТЕРЫ РОССИИ" 2013 йылдың 12 декабрь көнөндә архивланған.
- Гумеров Ильдар Ибрагимович 2013 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- 23 сентябрҙә тыуғандар
- 1958 йылда тыуғандар
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Миәкә районында тыуғандар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Шәхестәр:Сибай башҡорт драма театры
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары