Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы

Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы (10 апрель 1912 йыл6 май 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы.

Биографияһы

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенә[1] ҡараған Үрге Мәмбәт ауылында 1912 йылдың 10 апрелендә тыуған.

1932—1933 йылдарҙа Баймаҡ тау—металлургия техникумында уҡый.

1936 йылда Ҡазан ҡалаһында Татар АССР-ы ҮБК исемендәге Берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбен тамамлай.

1941 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай.

1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнаша.

Һуғыштан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә.

1993 йылдың 6 майында[2] Өфө ҡалаһында вафат була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы

1941 йылдың 22 июнендә һуғышҡа саҡырыла[3].

Бөйөк Ватан һуғышын Белосток ҡалаһында ҡаршылай. Мәскәү, Сталинград янындағы һуғыштарҙа, Украина, Молдавия, Польша азат итеүҙә ҡатнаша. Берлин оперцияһында Империя канцелярияһын алыусы 301 уҡсылар дивизияһының 1050-се полк командиры була.

Брянск фронты хәрби командованиеһы тәҡдиме менән 1942 йылдың 31 июлендә 540-сы уҡсылар полкы капитаны И.И. Ғүмәров батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән билдәләнә.

1944 йылдың 31 авгусында 301-се Сталин уҡсылар дивизияһының 1054-се уҡсылар полкы штабы начальнигы И.И. Ғүмәров I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 29 июнендә 5-се Удар армия командованиеһы 1050-се полк подполковнигы Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улын Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләй:

1945 йылдың 14 ғинуарында Грабув станцияһы (Польша) районында Пелица йылғаһы эргәһендәге алышта беренсе эшелондың уңышын үҫтереп, көтмәгәндә дошман менән бәрелешеп, төнгө ҡул һуғышы һәм граната алышын башлай. Был алышта дошмандың ҡаршылығын емерә, көслө ут аҫтында Пелица йылғаһын аша сыға һәм уның көнбайыш ярындағы плацдармды баҫып ала. 1945 йылдың 15 ғинуарында баҫып алынған плацдармды тәүлек дауамында нығытып, һәр береһендә дошмандың 15-20 танкыһы һәм үҙйөрөшлө орудиеһы ҡатнашҡан 14 контратаканы уңышлы кире ҡаға. Был алыштарҙа дошмандың 280 һалдаты һәм офицеры, 7 танкыһы һәм үҙйөрөшлө орудиеһы юҡ ителә, шулай уҡ ҙур трофейҙар тартып алына. Айырыуса ауыр һәм ҡатмарлы шарттарҙа, төнгө алыш шарттарында, бик яҡшы алыш үткәрә һәм ҡатмарлы һәм мөһим хәрби бурысты — Пелица йылғаһын аша сығыу һәм плацдармды баҫып алыуҙы — уңышлы үтәүҙе тәьмин итә. Плацдармды тотоу өсөн алыштарҙа, ҡул һуғышына күскән контратакаларҙы кире ҡағыуҙа, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, юғары оҫталыҡ күрһәтә. Ленин ордены менән бүләкләнеүгә лайыҡ.
301-се Сталин уҡсылар дивизияһы командиры полковник Антонов[4].

1944 йылдың 31 авгусында 301-се Сталин уҡсылар дивизияһының 1054-се уҡсылар полкы штабы начальнигы И.И. Ғүмәровты ҡаһарманлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән билдәләй. 1945 йылдың 29 июнендә 5-се Удар армияһы командованиеһы Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденын тапшыра.

Берлин операцияһында Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы 301-се уҡсылар дивизияһының 1050-се полкы менән командалыҡ итә, ул император канцелярияһын баҫып алыуҙа ҡатнаша[5]. Берлинды алғандан һуң подполковник Ғүмәровты Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр. Әммә быларҙың барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡала, ә һуңғараҡ документтарҙың эҙҙәре лә юғала[6].

1945 йылдың 29 авгусында 5-се удар Армияһының гвардия подполковнигы И.И. Ғүмәров II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә (no 218/н).

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, 1960 йылдың 20 авгусына тиклем, Совет Армияһы сафында хеҙмәтен дауам итә.

Хеҙмәт итеү урындары — Германиялағы совет оккупацион ғәскәрҙәре төркөмө (ГСОВГ) һәм Архангельск хәрби округы (АрхВО) тора.

Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы 1993 йылдың 6 майында Өфө ҡалаһында вафат була[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ районы.
  2. рәсми сығаҡтарҙа 9 май хаталы күрһәтелгән
  3. Память народа. Гумеров Исхак Идрисович. Призыв
  4. Орден Боевого Красного Знамени
  5. 70 лет назад завершилась Берлинская операция
  6. Салимов Нияз. Непризнанные герои Башкортостана. archive.bashkortostan.ru (12 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
  7. в официальных источниках показано ошибочно — 9 мая
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  11. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  12. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында