«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы | |
---|---|
рус. Медаль «За оборону Москвы» | |
Дәүләт | |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр |
Уровень ниже | «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы |
Нигеҙләү датаһы | 1 май 1944 |
Һаны | 1 028 600 |
![]() | |
Проектлаусы | Николай Москалёв[d] |
![]() | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Уровень выше | «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы |
![]() |
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы СССР Юғары советы президимиуның 1944 йылдың 1 майындағы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» мизалы булдырыу" исемле Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам Н. И. Москалев.
Миҙал тураһындағы Положение
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән Мәскәү оборонаһы ҡатнашыусылары бүләкләнә:
- 1941 йылдың 19 октябренән алып 1942 йылдың 25 ғинуарына тиклемге осорҙа айҙан кәм булмаған ваҡыт Мәскәү оборонаһында ҡатнашҡан Совет Армияһының бөтә хәрбиҙәре һәм ялланып эшләүсе составы һәм НКВД ғәскәрҙәре;
- 1941 йылдың 19 октябренән алып 1942 йылдың 25 ғинуарына тиклемге осорҙа айҙан кәм булмаған ваҡыт Мәскәү оборонаһында туранан-тура ҡатнашҡан граждан халҡы;
- ПВО-ның Мәскәү зонаһы һәм МПВО частары хәрбиҙәре, шулай уҡ граждандар — 1941 йылдың 22 июленән алып 1942 йылдың 25 ғинуарына тиклем дошман авиацияһының мәскәүгә һөжүм итеүенә ҡаршы торған иң әүҙем ҡатнашыусылар;
- Оборона рубеждарын һәм Резерв фронтының, Можайск, Подольск һәм Мәскәү обводы ҡоралмаларын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең граждан халҡы һәм хәрбиҙәре;
- Мәскәү ҡалаһының партизандары һәм Тула герой-ҡаланы обороналауҙа әүҙем ҡатнашыусылар.
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа миҙалдары һәм ордендары булған осраҡта «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
Тәүге тапҡыр «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы 1944 йылдың 20 июлендә тапшырыла. Уны И. В. Сталинға миҙал менән бергә 000001-се һанлы танытмаһын тапшыралар.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙал менән яҡынса 1 600 028 кеше бүләкләнә.
Миҙалдың тасуирламаһы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙал баҡыр иретмәһенән эшләнә һәм 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала була.
Миҙалдың алғы яғында — кремль диуары. Кремль диуары фонында Т-34 танкы һүрәтләнгән, танк өҫтөндә — яугирҙар төркөмө. Миҙалдың һул яҡ өлөшөндә Минин һәм Пожарский һәйкәле һүрәте, миҙалдың уң яҡ өлөшөндә — манара һүрәте.
Кремль диуары өҫтөндә флаг менән Хөкүмәт йорто бинаһының көмбәҙе күренә, флагта — ураҡ һәм сүкеш. Көмбәҙ өҫтөндә — самолеттар силуэттары. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «За оборону Москвы» яҙыуы. Аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап — лавр тажы, уның аҫҡы ботаҡтары эргәһендә биш осло йондоҙ. Миҙалдың алғы яғы түңәрәк буйлап ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында — «За нашу Советскую Родину» яҙыуы. Һүрәт өҫтөндә — ураҡ һәм сүкеш.
Бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалып менән тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлеге булған ебәк муар таҫма менән уратылған. таҫмала өс йәшкел-һары (зәйтүн) төҫтәге 3 мм-лыҡ өс буй һәм һәр береһе 4-әр мм-лыҡ ике ҡыҙыл буй. Таҫманың ситтәре тар ҡыҙыл буйҙар менән ҡаймаланған.
Әҙәбиәт
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 82—83. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 75—76.